Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт тормошо
22 Октябрь 2020, 15:00

АЛЛО, ЯРҘАМ ИТЕГЕҘ МИҢӘ...

“Ҡыҙыу бәйләнеш” башланған көндә үк белгестәр 22 шылтыратыу ҡабул иткән. Шуларҙың 16-һы – ҡатын-ҡыҙ, 6-һы ир-егеттәр. Мөрәжәғәттәрҙең 5-әүһе алкоголизмға, 3-әүһе спиртлы эсемлек һатыуға, 2-һе эмоциональ төшөнкөлөккә бәйле. Кемдәрҙер психолог менән осрашырға теләһә, балиғ булмағандар ата-әсә менән мөнсәбәткә зарланған. Шулау уҡ балаһының тәртибенә борсолған әсәйҙәр ҙә булған.

Республикала барған “Айыҡ ауыл-2020” конкурсы сиктәрендә ғаилә ыҙғыштарына, айырылыуҙарға бәйле “ҡыҙыу бәйләнеш” эшләне. Белгестәр һәр мөрәжәғәтте иғтибар менән тыңланы һәм кәңәштәр бирҙе. Шылтыратыуҙы табип-психиатр-нарколог ҡабул итте.
--Һәр мөрәжәғәт “ошонда һәм хәҙер” хәл ителде, көрсөккә килеп терәлгәндәргә, тормош йәмен юғалтып, нимә эшләргә белмәүселәргә консультация бирҙек, психологик ярҙам күрһәттек,--ти “Ғаилә” республика үҙәгенең психологик ярҙам бүлеге начальнигы Искәндәр Мостафин.
“Ҡыҙыу бәйләнеш” башланған көндә үк белгестәр 22 шылтыратыу ҡабул иткән. Шуларҙың 16-һы – ҡатын-ҡыҙ, 6-һы ир-егеттәр. Мөрәжәғәттәрҙең 5-әүһе алкоголизмға, 3-әүһе спиртлы эсемлек һатыуға, 2-һе эмоциональ төшөнкөлөккә бәйле. Кемдәрҙер психолог менән осрашырға теләһә, балиғ булмағандар ата-әсә менән мөнсәбәткә зарланған. Шулау уҡ балаһының тәртибенә борсолған әсәйҙәр ҙә булған.
Мөрәжәғәт ике телдә лә - рус һәм башҡорт телдәрендә ҡабул ителгән.
Читайте нас: