Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт тормошо
19 Октябрь 2020, 23:15

ҒҮМЕР БҮЛӘК ИТӘЙЕК!

Миләүшә ҡыҙына ЛИБРЕ аппараты ҡуйҙырған. Уның бер дискыһы ғына 5 мең һум тора һәм ул ни бары ике аҙнаға етә. “Мин өс диск алдым, артабан нишләрмен – белмәйем, аҡсам юҡ”, - тип хафалана Миләүшә Әкрәм ҡыҙы. Әйҙәгеҙ, дуҫтар, ярҙам итәйек! Түбәндәге телефон һандары 89378302091 Сбербанк картаһына беркетелгән.Дуҫтар, ҡайһы саҡ 50,100 һум төшөп тә ҡала, ул аҡсаға артыҡ бер ни ҙә алып булмай. Әммә күмәкләп йыйһаҡ, унан ҙур ғына сумма хасил була. Кеше ҡайғыһына , зинһар, битараф булмайыҡ! Мәрхәмәтлек ҡылайыҡ, сауап алайыҡ, бер рәхмәт мең бәләнән ҡотҡарыуын онотмайыҡ!

Бала аҙ ғына ауырыһа ла илар сиккә етәбеҙ, бер туҡтауһыҙ “Тиҙ ярҙам” саҡыртабыҙ, ғауғалайбыҙ... Эйе, сабыйың ауырыһа, бөтә донъя ҡараңғыланған һымаҡ була, бер эшкә лә ҡул бармай. Шулай бит? Был кисереш бөтә әсәйҙәргә лә таныштыр. Ә бына Йылайырҙа йәшәүсе Миләүшә Солтанбаеваға меңләтә ауыр. Сөнки уның ҡыҙы Ольга етдирәк сир менән ауырый.
--Ғинуар айында баламда үлемесле сир барлығын хәбәр иттеләр... Ольга тыумыштан гипогликемея менән ауырый ине, әммә әлеге хәбәр мине бөтөнләй шаңҡытты. Хәтеремдә: һыуыҡ, ҡараңғы февраль айында, башыма төшкән ҡайғынан бер нәмә лә аңламайынса, бер ҡулыма сумка тотоп, бер ҡулыма Ольганы етәкләп Өфө клиникаһының коридорында тапана инем. Ул көндө көслө ел ине, Йылайырҙан баш ҡалаға саҡ килеп еткәйнек. Ошо мәлдә миңә Дәүләт Думаһы депутаты З.З.Байғусҡаровтың ярҙамсыһы Азат Зәйнетдин улы шылтыратты. “Хәлдәрегеҙ нисек? Зариф Закир улы һеҙҙең өсөн борсола, буранда Өфөгә барып етә алдығыҙмы?” – тип һораны. Шул саҡ күңелемә йылы йүгерҙе, өмөт уянды.
Өфө табиптары Сибай табиптары ҡуйған диагнозды раҫлап, нығытып ҡына ҡуйҙы. Шул тиклем миңә ауыр ине. Яңғыҙым балиғ булмаған ике баланы ҡарайым, һөйләшерлек, кәңәшләшерлек кешем дә юҡ. Унан бигерәк бәләкәй пенсиямды еткереүе лә мөмкин түгел. Шул саҡ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаровтың командаһы миңә ярҙамға килде. Азат Зәйнетдин улы иғтибар менән тыңлай белә, башлаған эшен аҙағынаса еткерә. Зариф Закир улы ла йыуатты: “Миләүшә, аҙаҡҡаса көрәшергә кәрәк, бирешмә. Бөттө, өмөт һүнде, тиһәләр ҙә сигенмә. Беҙ һине ташламайбыҙ”. Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, бер аҙ булһа ла еңеллек кисерҙем. Баламдың яҙмышына битараф ҡарамаған кешеләр барлығына ҡыуандым.
Эйе, күп ергә мөрәжәғәт итергә, күп ергә хат яҙырға тура килде. Барыһынан да: “Беҙҙең ҡулдан килмәй, ярҙам итерлек мөмкинлек юҡ” тигән яуап алдым. Ә бына Байғусҡаров командаһы ташламаны мине. Шылтыраттылар, Ольганы дауаларҙай урындарҙы эҙләштеләр: Төмән, Санкт-Петербург, Ҡазан, Ҡырғыҙ Республикаһы, Воронеж, Израиль... Барыһы ла баш тартты. Түккән күҙ йәштәрем мине һуҡрайтыр төҫлө ине, сараһыҙлыҡтан ҡулдарым һәленде, өмөттәр һүнде. Шул саҡ депутат ярҙамсыһы шылтыратты ла беҙҙе Сеченев исемендәге Мәскәү дәүләт медицина университеты ҡабул итергә әҙер булыуын әйтте. Азат Зәйнетдин улы, ваҡыты тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, беҙҙең юлды хәстәрләне. Университетта мин үҙемде борсоған һорауҙарға яуап таптым.
Баламдың ауырыуы донъяға яңыса ҡарарға өйрәтте, кемдең кемлеген күрһәтте. Ҡайһы бер туғандарым, дуҫтарым, класташтарым минән ситләште, ә ят кешеләр киреһенсә ярҙам ҡулы һуҙырға ашыҡты. Һәм шуныһына инандым: З.З.Байғусҡаров ғәҙел һәм дөрөҫ рәүештә депутат итеп һайланған. Ул һәм уның командаһы һүҙ менән түгел, изге эше менән ярҙам итте. Ошондай кешеләрҙең барлығы миндә көс, өмөт уятты. Улар ярҙамы менән мин Ольганың ғүмере өсөн көрәшермен, ауырлыҡтарға һыр бирмәҫмен, Алла бирһә!
Депутатҡа һәм уның командаһына ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге теләйем, - ти Миләүшә Солтанбаева.
Әле Миләүшә ҡыҙына ЛИБРЕ аппараты ҡуйҙырған. Уның бер дискыһы ғына 5 мең һум тора һәм ул ни бары ике аҙнаға етә. “Мин өс диск алдым, артабан нишләрмен – белмәйем, аҡсам юҡ”, - тип хафалана Миләүшә Әкрәм ҡыҙы. Әйҙәгеҙ, дуҫтар, ярҙам итәйек! Түбәндәге телефон һандары 89378302091 Сбербанк картаһына беркетелгән.
Дуҫтар, ҡайһы саҡ 50,100 һум төшөп тә ҡала, ул аҡсаға артыҡ бер ни ҙә алып булмай. Әммә күмәкләп йыйһаҡ, унан ҙур ғына сумма хасил була. Кеше ҡайғыһына , зинһар, битараф булмайыҡ! Мәрхәмәтлек ҡылайыҡ, сауап алайыҡ, бер рәхмәт мең бәләнән ҡотҡарыуын онотмайыҡ!
Читайте нас: