АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт тормошо
24 Сентябрь 2020, 12:45

Ололарға ярҙам буласаҡ

Башҡортостанда оло йәштәгеләргә ярҙам итеү йәһәтенән проект эшләй башлай.

Башҡортостанда оло йәштәгеләргә ярҙам итеү йәһәтенән проект эшләй башлай. Ул “Ирекмәндәр-тимуровсылар” тип атала.
-- Пандемия мәлендә тәжрибә күрһәтте: ярҙамға мохтаж ололар бик күп. Һәм уларға ярҙамға барырға теләүсе ирекмәндәр ҙә байтаҡ. Шуға ла идея тыуҙы. Изге эшкә йәштәрҙе берләштереп, был мәрхәмәтлекте даими күрһәтергә була, --ти Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары Яна Гайдук.
Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы ярҙамы менән “Бергә” төбәк хәрәкәте булдырған проект Президент гранттары фонды конкурсында еңеү яулап, хәҙер инде даими эшләүгә күсә.
Һәр оло кешегә ике ирекмән беркетелә, улар йыл дауамында айына ике тапҡыр пенсионерға килеп ярҙамлашырға бурыслы.
Ирекмәндәр махсус уҡыу курсы үтә. Ойоштороусылар уларҙы инвентарь менән тәьмин итә. Ирекмән-тимуровсылар ноябрь айында эш башлай. Ғаризаларҙы “Дорогие мои старики” автономлы коммерциялы булмаған ойошма ҡабул итә.
Быйыл проект Өфө ҡалаһында ныҡлап эш башлаһа, аҙаҡ республика кимәлендә йәйелдереләсәк.