Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт тормошо
24 Сентябрь 2020, 11:00

Балалы билен яҙҙыра

Башҡортостанда 27 мең эшкә яраҡлы кеше йәш ярымға тиклем бала бағыу буйынса пособие ала. Шуларҙың 293-сө ир-егеттәр, тип хәбәр итә Башҡортостан Республикаһының социаль страховкалау фондының матбуғат хеҙмәте. Атайҙар декретта ултырып сабыйҙарын ҡарағанда, әсәйҙәр эшләп аҡса таба.

Башҡортостанда “Демография” милли проектына ярашлы 27 мең эшкә яраҡлы кеше йәш ярымға тиклем бала бағыу буйынса пособие ала. Шуларҙың 293-сө ир-егеттәр, тип хәбәр итә Башҡортостан Республикаһының социаль страховкалау фондының матбуғат хеҙмәте. Атайҙар декретта ултырып сабыйҙарын ҡарағанда, әсәйҙәр эшләп аҡса таба.
Ике ай ярым элек пособие аҡсаһы фондтан тура күсерелә башлағандан алып декрет ялындағыларға йәмғеһе 567 миллион һум аҡса түләнгән. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: закон буйынса пособиелы декрет ялына ата-әсәнең береһе йәки баланы бағыусы ғаиләнең башҡа ағзаһы хоҡуҡлы. Йәш ярымға тиклемге игеҙәктәрҙе, өс игеҙәкте, аралары бер генә йәш булған балаларҙы тәрбиәләнгән ғаиләләрҙә әсәһе бер баланы бағыу, атаһы икенсеһе менән декрет ялы юллауға хоҡуҡлы. Пособие күләме граждандың һуңғы ике йыллыҡ уртаса эш хаҡының 40 процентын тәшкил итә. Уның минималь күләме --7764,8 һум булһа, максимале 27984,66 һум.
Декретта ултырғанда ата-әсәләр тулы булмаған эш көнө шарттарында хеҙмәт юлын дауам итә ала, был осраҡта пособие тулы күләмдә һаҡлана.
#нацпроекты#миллипроекттар