Бөтә яңылыҡтар
Социаль мөхит
11 Сентябрь 2020, 16:00

Адреслы ярҙам кемдәргә тәғәйен?

2020 йылдан республика – ярлылыҡ кимәлен ике тапҡырға кәметеүгә йүнәлтелгән пилот проекты тормошҡа ашырылған төбәктәрҙең береһе. Ошо сара сиктәрендә Башҡортостанда социаль килешеү нигеҙендә адреслы социаль ярҙам күрһәтелә. Был программала аҙ килемле йәки килеме йәшәү кимәленән түбәнерәк булған ғаиләләр, яңғыҙ граждандар ҡатнаша ала. Мәҫәлән, ике оло кешенән һәм ике баланан торған ғаилә алған килем 39 мең һум булһа, ул социаль килешеү төҙөү хоҡуғына эйә. Әгәр яңғыҙ йәшәгән кешенең килеме 10025 һумдан артмаһа, ул да ошо хоҡуҡтан файҙалана ала.

4 сентябргә тиклемге мәғлүмәттәргә ҡарағанда, барлығы 2770 социаль килешеү, шул иҫәптән 560-ы – эш эҙләү, 26-ы – һөнәри йәки өҫтәмә белем алыу, 30-ы – шәхси эшҡыуарлыҡты алып барыу һәм 2154-е башҡа тормоштағы ауыр хәлдәрҙе еңеп сығыу буйынса төҙөлгән.
Әйткәндәй, 2020 йылдан республика – ярлылыҡ кимәлен ике тапҡырға кәметеүгә йүнәлтелгән пилот проекты тормошҡа ашырылған төбәктәрҙең береһе. Ошо сара сиктәрендә Башҡортостанда социаль килешеү нигеҙендә адреслы социаль ярҙам күрһәтелә. Был программала аҙ килемле йәки килеме йәшәү кимәленән түбәнерәк булған ғаиләләр, яңғыҙ граждандар ҡатнаша ала. Мәҫәлән, ике оло кешенән һәм ике баланан торған ғаилә алған килем 39 мең һум булһа, ул социаль килешеү төҙөү хоҡуғына эйә. Әгәр яңғыҙ йәшәгән кешенең килеме 10025 һумдан артмаһа, ул да ошо хоҡуҡтан файҙалана ала.
Нимә һуң ул социаль килешеү? Ул – граждан менән Республиканың халыҡҡа ярҙам итеү үҙәгенең урындағы филиалы менән килешеү. Уға ярашлы, ошо ауыр тормош юлынан сығыу юлдары эҙләнә. Был килешеү нигеҙендә Республиканың халыҡҡа ярҙам итеү үҙәгенең урындағы филиалы – түләүҙәрҙе атҡарырға, граждандар иһә социаль адаптация программаһы саралары үтәргә тейеш.
Социаль килешеү буйынсағы түләүҙәр пособиенан нимә менән айырыла һуң? Иң төп айырма шунда: был – “маҡсатлы аҡса”, йәғни ул аныҡ маҡсатҡа ярашлы һәм аныҡ мәсьәләне хәл итеү өсөн бирелә һәм тап ошо юҫыҡта файҙаланыла.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әле быйылға ошо йүнәлеш буйынса тип бүленгән аҡса тотонолоп бөткән, әммә сират алып барыла һәм аҡса килеү менән ярҙам күрһәтеләсәк.
Иғтибар итегеҙ: әлеге ваҡытта Республика Башлығында ғәмәлдәге адреслы ярҙам күрһәтеүҙә үҙгәрештәр ҡул ҡуйыу өсөн тапшырылған. Шулай итеп, ҡул ҡуйыла ҡалһа, эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген алып барыу өсөн бирелгән сумма 100 мең һумдан 250 мең һумға тиклем күтәреләсәк. Ошо уҡ ваҡытта быға тиклем ошондай ярҙам алған граждандар менән өҫтәмә килешеү төҙөләсәк һәм күрһәтелгән адреслы ярҙам кимәле 250 мең һум тәшкил итәсәк. Ауыр тормош хәленән сығыу өсөн бирелгән айлыҡ түләүҙәр эшләп йөрөгәндәргә, I йәки II төркөм инвалидтарҙан һәм мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙан, мәктәпкә тиклемге йәштәге һәм мәктәпкә тиклемге белем биреү программаларын тормошҡа ашырған дөйөм белем биреү ойошмаһына йүнәлтеү өсөн иҫәптә торған һәм ошондай мәғариф ойошмаларында урын менән тәьмин ителмәгән, бәлиғ булмаған балаларҙы ҡараған граждандарҙан, 18 йәшкә тиклемге һәм I төркөм инвалидты ҡарағандарҙан, алкоголь йәки наркотик бәйлелек менән сирләүселәрҙән тыш, биреләсәк.
Үрҙә әйтелгән программала ҡатнашыу шарттары буйынса мәғлүмәтте Республиканың халыҡҡа ярҙам итеү үҙәгенең йәшәү урынығыҙ буйынса филиалында, мәшғүллек һәм ғаилә үҙәктәрендә, күп функциялы үҙәктәрҙә белергә мөмкин.