Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт тормошо
28 Август 2020, 13:00

“Ғаилә кадрҙа” конкурсына ҡушылығыҙ

Августа старт алған “Ғаилә кадрҙа” конкурсында ҡатнашыусылар ғаилә кәсебе, һөнәрҙәре һәм шөғөлдәренә арналған видеоролик тәҡдим итергә тейеш. Эштәр 15 сентябргә тиклем ҡабул ителә.

Республиканың ата-әсәләр һәм педагогтар ассоциацияһы “Ҙур ғаиләнең ҙур сәйәхәте” тигән проект менән Башҡортостан Башлығы гранттарының өсөнсө конкурсында еңеүсе булып танылды.
Проект сиктәрендә ассоциация республиканың Гражданлыҡ йәмғиәтенә ярҙам итеү фонды, Мәғариф министрлығы, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Нуриман районы хакимиәте һәм проект партнерҙары ярҙамында күп балалы ғаиләләр өсөн бер нисә сара үткәрәсәк. Улар ғаилә һөнәрҙәре йолаларын тергеҙеү һәм һаҡлау аша ғаилә ҡиммәтен нығытыу һәм күп балалы ғаиләләрҙең именлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелә.
10 августан “Ғаилә кадрҙа” конкурсы башланып китте, унда бәйгеселәр ғаилә кәсебе, һөнәрҙәре һәм шөғөлдәренә арналған видеоролик тәҡдим итергә тейеш. Эштәр 15 сентябргә тиклем ҡабул ителә.
Абсолют еңеүселәр өсөн Нуриман районына сентябрҙә өс көнлөк тематик сәйәхәт ойоштороласаҡ. 20 сентябрҙән 23 сентябргә тиклем ғаиләләр өс оҫталыҡ дәресендә, алты ижади һәм спорт конкурсында ҡатнашасаҡ, “Ҡыҙыл ҡаялар. Павловка һыуһаҡлағысы” экскурсияһына барасаҡ. Сәйәхәттең һәр этабын профессионалдар төшөрөп барасаҡ һәм “Ҙур ғаиләнең ҙур сәйәхәте” тип аталған фильм төшөрәсәк.
Иң сағыу сара булып “Ғаилә ҡиммәттәре – 2020” күп балалы ғаиләләр фестивале һәм “Ғаилә кадрҙа” конкурсында ҡатнашыусыларҙы бүләкләү тантаналары торасаҡ. Ул 27 ноябрҙә үтәсәк.
“Ғаилә ҡиммәттәре” фестиваленең тарихы ҙур. 2012 йылдан алып унда республиканың төрлө район һәм ҡалаларынан 62 ғаилә ҡатнашҡан.
Күп балалы ғаиләләр фестивалендә презентациялар һәм оҫталыҡ дәрестәре зонаһы, “Ғаилә һөнәре” ижади эштәр күргәҙмәһе, фото һәм видеозона, консультациялар биреү урыны эшләйәсәк, түңәрәк өҫтәл ултырышы үтәсәк, балалар өсөн анимация ойоштороласаҡ.
Күп балалы ғаиләләрҙең ыңғай тарихтары тураһындағы видеояҙмалар республиканың Ғаилә порталында урынлаштырыласаҡ.