Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт тормошо
30 Июль 2020, 11:55

Туҡталыш түгел, сүп-сар түгеү урыны

Сибай ҡалаһының Арҡайым ҡасабаһында быға ҡәҙәр сүплек түгеү урындары бөтәһе лә асыҡ ине. Ошо көндәрҙә “Экология” милли проекты сиктәрендә урындағы ҡый-һай түгеү өсөн тәғәйенләнгән контейнерҙарҙы урынлаштырыу өсөн махсус ҡулайламалар барлыҡҡа килде.

--Башта автобус туҡталышы тип уйланыҡ. Баҡтиһәң, сүп-сар түгеү контейнерҙары өсөн ҡалайҙан яһалған махсус ҡоролма икән. Бик уңайлы буласаҡ. Аҡташ урамындағы контейнерҙар гел тулы булып, уларҙы йорт хайуандары, ел-дауыл туҙҙыра ла бөтә. Етмәһә, кеше бер алып сыҡҡан сүбен кире алып ҡайтмайым тип, урын булмаһа ситкә ҡуя ла китә. Махсус ҡоролма эшләп китеп, уларҙың ишеге ябылһа, бындай тәртипһеҙлектәр бөтөр ине,--ти Арҡайымда йәшәүсе Альбина Зәкир ҡыҙы.—Ҡасабала уңайлы ҡала мөхите булдырылды. Бынан 14 йыл элек беҙ йәшәй башлағанда бындай уңайлыҡтар хаҡында хыялландыҡ ҡына. Барыһы өсөн дә етәкселәргә ҙур рәхмәт!Ҡасаба осона 7-се маршрут йөрөй йөрөүгә, ямғырҙан һуң юл насар булғанлыҡтан, беҙҙең тыҡрыҡҡа аҙнаға яҡын автобус инмәне. Ошо арауыҡтағы юлды рәтләһәләр, беҙҙең башҡа дәғүә юҡ.
#нацпроекты#миллипроекттар
Читайте нас: