АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт тормошо
21 Июль 2020, 21:25

ПЕНСИОНЕРҘАРҒА - УН БИШ МЕҢ

Пенсионерҙарға пандемия осоронда 15 мең һумдан түләү булырмы?

Пенсионерҙарға пандемия осоронда 15 мең һумдан түләү булырмы? РИА яңылыҡтары хәбәр итеүенсә, бөгөн шундай тәҡдим булған. Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Солтан Хәмзиев Рәсәй Федерацияһы Премьер-министры Михаил Мишустин исеменә ошо тәңгәлдә хат әҙерләгән.
Хәмзиев әйтеүенсә, пенсионерҙар пандемия осоронда дарыуҙарҙы күп ала, вирустан профилактик сара өсөн күп сығым түгә. Улар табиптар рекомендацияһын тулыһынса күҙәтергә, йөрөүҙәрен сикләргә мәжбүр.
- Граждандарҙың күп һанлы мөрәжәғәтенә нигеҙләнеп, Рәсәй пенсионерҙарына өҫтәлмә ярҙам күрһәтеү сараһын күрергә, балалы ғаиләләргә ярҙам күрһәткән кеүек үк ололарға ла 15 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү ҡарауығыҙҙы һорайым, - тип яҙылған мөрәжәғәт хатында.