Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт тормошо
3 Июль 2020, 12:35

ЕР КӘРӘКМЕ, ӘЛЛӘ АҠСАМЫ? ҠАБАЛАНМА, УЙЛА!

250 мең һум алған кешеләр уны бер йыл эсендә маҡсатлы тотонорға тейеш ине. Был сикләүҙе лә премьер-министр кире ҡаҡты. "Бәлки, ғаилә уңайлыраҡ вариант эҙләйҙер, йә хаҡтарҙың төшөүен көтәлер. Ниңә ҡабаландырырға?" - тигән һорау бирә ул.

Премьер-министр Андрей Назаров социаль селтәрҙә шулай тип белдереҙе: " Ғаиләлә 3 йә унан да күберәк бала бар икән, уларҙың ер бүлеме булырға тейеш. Бөгөн Хөкүмәт ултырышында ер участогына алмашҡа аҡса - 250 мең һум биреү һорауын күтәрҙек. Әйтәйек, ғаиләнең фатиры бар икән ти, улар ҡаланан ситкә сығырға теләмәһә, ер бүлеме урынына аҡса алып, фатирын ҙурыраҡҡа алмаштырып ҡына ала ала. Кешенең һәр саҡ һайлау мөмкинлеге булырға тейеш".
Быға тиклем "ер участогы алырғамы, әллә аҡсамы?" тигән һорау тыуғанда, ғаиләләргә 30 көн эсендә хәл итергә ҡушыла ине. Премьер-министр әлеге тәңгәлдә кешене ҡабаландырмаҫҡа тәҡдим итә. Сөнки донъяла ни барын, кеше менән ни булғанын белеп булмай. Шуға ла Андрей Назаров халыҡҡа уйларға, кәңәшләшергә ваҡыт бирергә, уны сикләмәҫкә саҡыра.
Йәнә... 250 мең һум алған кешеләр уны бер йыл эсендә маҡсатлы тотонорға тейеш ине. Был сикләүҙе лә премьер-министр кире ҡаҡты. "Бәлки, ғаилә уңайлыраҡ вариант эҙләйҙер, йә хаҡтарҙың төшөүен көтәлер. Ниңә ҡабаландырырға?" - тигән һорау бирә.
Һөҙөмтәлә, Андрей Назаров проектты яңынан төҙәтмәләр индереп эшләргә ҡушҡан.
Читайте нас: