Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт тормошо
4 Май 2020, 12:25

Изгелектең юҡтыр сиктәре

Донъя өсөн ҡатмарлы осорҙа кешеләр изгелек эшләп ҡалырға тырышыуы ҡыуаныслы. Сибайҙа ла мәрхәмәтлеккә ҡушылыусылар етерлек.

Донъя өсөн ҡатмарлы осорҙа кешеләр изгелек эшләп ҡалырға тырышыуы ҡыуаныслы. Сибайҙа ла мәрхәмәтлеккә ҡушылыусылар етерлек. Изге Рамаҙан айында «Восток-Ойл» яғыулыҡ ҡойоу станцияһы (директоры Р.Йәрмөхәмәтов), “Урал аръяғының эшлекле донъяһы” бизнес-үҙәге, “Күстәнәс” кафеһы (шәхси эшҡыуар Юнысбаева) үҙәк дауаханаға төрлө ярҙам күрһәтте. Шәфҡәтлелек акцияһында ҡатнашыусылар дауаханаға 300 күп тапҡыр ҡулланыла торған битлек, 3 һаҡланыу костюмы, көҙгө, микротулҡынлы мейес, полиэтилен пленка һатып алып биргән. Быларҙың барыһы ла инфекцион госпиталгә тапшырылған.
--Изге ай, изге көндә ҡылған изгелектәрегеҙ үҙегеҙгә йөҙәр тапҡыр артып ҡайтһын,--тине үҙәк дауахананың баш табибы Р.Б.Нәҙерғолов, мәрхәмәтлек ҡылыусыларға рәхмәт әйтеп.
Читайте нас: