Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт тормошо
3 Май 2020, 19:15

ИЗГЕ КИТАП ЯНМАҒАН...

Ни хикмәт менәндер Ҡөрьән-Кәрим янмай ҡалған. Аллаһ үҙ ҡөҙрәтен шулай күрһәткәндер. Ә өйһөҙ ҡалған ҡатынға ярҙам кәрәк...

1 май көнө көндөҙ Әбйәлил районы Асҡар ауылында янғын сығып, Рәхилә Мортазинаның өйө янып бөтә. Бәхеткә күрә, үҙе был ваҡытта өйҙә булмай. Әммә ул бөгөн бер ниһеҙ тороп ҡалған.
--Ҡыҙым, өйҙә ултырыу сәбәпле, бигерәк йонсоп китте. Шуға ла ҡайын һыуы алырға, бер аҙ шифалы үләндәр йыйырға тип урманға барып килергә булдыҡ. Эш кейемендә сыҡтыҡ, талпандарҙан ҡурҡып резина итектәр кейгән инек. Ҡайтыуыбыҙға өйөбөҙ юҡ ине,--ти ҡатын.
Рәхилә үҙе дин тотҡан ҡатын. Әлеге мәлдә ураҙала булған. Уның өйөндә изге китап--Ҡөрьән-Кәрим, шейхтың портреты ла булған. Ни хикмәт менәндер улар янмай ҡалған. Аллаһ үҙ ҡөҙрәтен шулай күрһәткәндер.
Әле ҡатын әхирәтендә йәшәй. Яңы өй һалыу өсөн ярҙам итергә теләүселәр фытыр саҙаҡаһын уға күсерә ала.
Аҡса күсереү өсөн карта номеры: 2202200442968366. Уға беркетелгән телефон - 89696160002 (Муртазина Галия Фаритовна).
Читайте нас: