Президент гранттары фонды ярҙамы менән «Алға, Сибай» йәмәғәт ойошмаһының «Ҡаршылыҡһыҙ донъя» исемле проекты тормошҡа ашырыла башланы.
Был проект «Ҡурай» балалар баҡсаһында 3 йәшкә тиклемге физик мөмкинлектәре сикләнгән, инвалид, үҫеше тотҡарланған балаларға, улар тәрбиәләнгән ғаиләләргә психологтар һәм педагогтар ярҙамы күрһәтеү өсөн Ресурс үҙәк булдырыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙы.
Проект сиктәрендә ата-әсәләргә һәм балаларға индивидуаль белем биреү маршрутын тормошҡа ашырыу ҡаралған.
Ата-әсәләргә балаларҙы үҫтереү һәм тәрбиәләүҙә күберәк мәғлүмәт алыу өсөн оҫталыҡ дәрестәре, семнинарҙар, уйындар уҙғарыу һәм консультатиция биреү ойоштороласаҡ.
Был Ресурс үҙәккә 89373324443 телефонына шылтыратып яҙылырға мөмкин.
#впередсибай #фондпрезидентскихгрантов #мирбезпреград