Башҡортостанда коронавирус йоҡтороу ихтималлығына ҡараған хәүефле төркөм менән эшләүсе социаль хеҙмәкәрҙәргә өҫтәлмә түләү ҡарала. Был хаҡта брифинг мәлендә вице-премьер Ленара Иванова хәбәр итте.
--Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге автономлы учреждениеһына аҡса әле күсергә тейеш. Суммаһын әйтеп тормайым, әммә фиҙакәр һәм намыҫлы хеҙмәт өсөн был лайыҡлы хаҡ,--тине ул.
Билдәле булыуынса, 25 март көнө Радий Хәбиров медицина хеҙмәткәрҙәренә өҫтәлмә эш хаҡы түләү хаҡындағы указға ҡул ҡуйғайны.