Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт тормошо
10 Март 2020, 11:00

Миҙал алдылар

Миҙалға лайыҡ булыусылар араһында Хәйбулла районының Аҡъяр ауылынан Әлиә Мәғәфүр ҡыҙы Гәрәева, Быҙаулыҡтан Гәйрифә Адик ҡыҙы Әлхәтова бар.

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамы алдынан “Демография” милли проекты сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Р.Ф.Хәбиров 5 һәм унан күп балалар тәрбиәләүсе гүзәл заттарға “Әсәлек даны” миҙалы тапшырҙы. Радий Фәрит улы әсәләрҙе байрам менән ҡотлап, күп балалы ғаиләләр һаны буйынса республикабыҙ Волга буйы федераль округында беренсе урын яулауын белдерҙе.
Миҙалға лайыҡ булыусылар араһында Хәйбулла районының Аҡъяр ауылынан Әлиә Мәғәфүр ҡыҙы Гәрәева, Быҙаулыҡтан Гәйрифә Адик ҡыҙы Әлхәтова бар.
Өфөгә барып награда алып ҡайтҡан әсәләрҙе район хакимиәте башлығы Р.Д.Шәрипов та айырым ҡотларға ниәтләнә.
#нацпроекты#миллипроекттар