Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт тормошо
5 Март 2020, 20:10

Хәйбулла районынан Гөлсәсәк Шәрипова «Бирешмә!» премияһына лайыҡ булды.

«Башҡортостан» дәүләт концерт залында әүҙем гражданлыҡ позицияһы һәм батырлыҡ күрһәткән, тормош ауырлыҡтарын еңеп сыға алған, ҙур уңышҡа өлгәшкән балалар һәм үҫмерҙәр тәбрикләнде.

2 март, «Тамыр» балалар-үҫмерҙәр телеканалының тыуған көнөндә, Бирешмә!» тип исемләнгән беренсе премияны тапшырыу кисәһе ойошторолдо. «Башҡортостан» дәүләт концерт залында әүҙем гражданлыҡ позицияһы һәм батырлыҡ күрһәткән, тормош ауырлыҡтарын еңеп сыға алған, ҙур уңышҡа өлгәшкән балалар һәм үҫмерҙәр тәбрикләнде.
Республикабыҙҙың төрлө райондарынан килгән талантлы малай һәм ҡыҙҙар: Бишбүләк районынан Инсаф Миһранов, Бөрйәндән Гөлназ Биргәнова һәм Гөлиә Исҡужина, Мәсетленән Фәнзил Гәйнетдинов, Хәйбулла районынан Гөлсәсәк Шәрипова, Ишембайҙан Ләйсән Хәмитова, Өфөнән Рената Хәкимова ете номинация буйынса еңеүсе тип танылды. Иҙел Хәкимов һәм Булат Бурановҡа «Тамыр» телеканалы ижади уңыштары өсөн махсус призын тапшырҙы.
Башҡортостан Республикаһы башлығы Радий Фәрит улының ҡатыны Каринэ Хабирова үҫеп килгән быуынға юғары рух тәрбиәләүҙә ҙур өлөш индергәне өсөн «Тамыр» телеканалына рәхмәтен белдерҙе һәм һыуҙа батып барған ирҙе ҡотҡарғаны өсөн Инсаф Миһрановҡа бүләк тапшырҙы.
Еңеүселәрҙе ведомство етәкселәре һәм башҡорт эстрадаһының йондоҙҙары ла тәбрикләне.