Урындағы инициативаларҙы яҡлау программаһы аша ауыл-ҡалаларҙа бик күп проекттар тормошҡа ашырыла. Ишбирҙе ауылындағы төп дөйөм белем биреү мәктәбе биләмәнең 4 ауылы өсөн база мәктәбе булып тора. Мәктәптә 100-ҙән ашыу бала белем ала. Һуңғы 4 йылда 15-тән дә кәм сығарылыш уҡыусыһы булғаны юҡ. Мәғариф бүлеге мәктәптә һуңғы йылдарҙа һыу индереү, канализация, йылы бәҙрәф өсөн шарттар булдырһа, урындағы инициативалар программаһы менән ике йыл рәттән мәктәп заманса йөҙ алды, талаптарға ярашлы шарттар булдырылды. Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы буйынса 2020 йылда мәктәптең спортзалында ремонт эштәре планлаштырыла. Спортзал мәктәп балалары өсөн генә түгел, бөтә ауыл спорт уйындары үткәреү өсөн дә бик кәрәк. Ошо проектты хуплап, күптән түгел мәктәп коллективы, ауылыбыҙҙың ижади төркөмдәре тарафынан бик матур концерт ҡуйылды. Үткән проекттарҙы тормошҡа ашырғанда ла мәктәп коллективы, ата-әсәләр тос өлөш индереп ҡатнашты. Йылым ауылы ата-әсәләре исеменән Д. У. Кейекбирҙина был проектты хуплауҙары, һәм ҡатнашырға әҙер булыуҙарын белдерҙе! Афарин!!! Ауыл халҡы, ата-әсәләр, бағыусылар быйыл да әүҙем, берҙәм булырҙар тип ышанабыҙ!