Баш ҡаланың «Торатау» Конгресс-холлында студенттарҙың тәүге
#ДОМА(
#ӨЙҘӘ) форумы үтте. Уның маҡсаты — республиканан ситтә уҡыған студенттар менән бәйләнеш булдырыу һәм дипломлы белгестәрҙе тыуған яҡтарына ҡайтарыу. Сарала Рәсәйҙең төрлө ҡалаларынан меңгә яҡын студент ҡатнашты.
#ӨЙҘӘ форумы Мәскәү, Санкт-Петербург, Силәбе, Ҡазан, Магнитогорск, Екатеринбург, Һамар, Пермь, Сорғот, Ижевск, Пенза ҡалаларынан студенттарҙы берләштерҙе. Улар өсөн сарала 12 төрлө тематик майҙансыҡ эшләне. Майҙансыҡтарҙағы иң актив студенттарға республиканың төрлө министерство һәм ведомстволарында танышыу практикаһын үтеүгә сертификаттар тапшырылды.