Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт тормошо
6 Ноябрь 2019, 10:00

Рәсәй поездарында “плацкарт” һүҙе юҡҡа сыға

“Федераль пассажир компанияһы”нан хәбәр итеүҙәренсә, поездарҙың плацкарт вагондары йыл аҙағына тиклем генә йөрөйәсәк. Яңы йылдан иһә бюджет, эконом, комфорт һәм бизнес вагондар барлыҡҡа киләсәк.

“Федераль пассажир компанияһы”нан хәбәр итеүҙәренсә, поездарҙың плацкарт вагондары йыл аҙағына тиклем генә йөрөйәсәк. Яңы йылдан иһә бюджет, эконом, комфорт һәм бизнес вагондар барлыҡҡа киләсәк. Бындай төрҙәргә бүленгән поездарҙа душ, USB розеткалар, һыуытҡыс, микро тулҡынлы мейес, һәр пассажирға айырым сейф буласаҡ. Вагондар араһындаға асмалы ишектәр шылдыра торғанлыға әйләнәсәк. Шулай уҡ пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереү сифаты ла яҡшыра. Яңы поездар ошо арала уҡ, йәғни ноябрь башында уҡ йөрөй башлай. Тәүге маршруттарҙың береһе – Мәскәү – Белгород поезы. Бынан тыш, декабрҙә өс маршрутта —Мәскәү – Петрозаводск, Пенза – Мәскәү, Мәскәү –Брянск йүнәлешендәге поездарҙың ике өлөштән торған вагондары тимер юлдарға сығыуы көтөлә.
Читайте нас: