Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт тормошо
4 Октябрь 2019, 12:38

«ХӨКҮМӘТ ҠУРСАЛАУЫНДА ЙӘШӘЙБЕҘ»

Республикабыҙҙа йәш, бигерәк тә күп бала тәрбиәләүсе ғаиләләргә дәүләт тарафынан торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн сертификаттарҙың бирелеүе хуплауға лайыҡ. Сибай ҡалаһында был бәхет тағы ла 14 ғаиләгә йылмайҙы. Үҙ өйҙәре тураһында хыялланған Вәлитовтар 2014 йылда “Йәш ғаилә” программаһы буйынса сиратҡа тора. Һәм, ниһайәт, яңыраҡ улар ҙур шатлыҡ кисерҙе, Сибай ҡала хакимиәте торлаҡ алыу өсөн сертификат тапшырҙы.

Республикабыҙҙа йәш, бигерәк тә күп бала тәрбиәләүсе ғаиләләргә дәүләт тарафынан торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн сертификаттарҙың бирелеүе хуплауға лайыҡ. Сибай ҡалаһында был бәхет тағы ла 14 ғаиләгә йылмайҙы.
Үҙ өйҙәре тураһында хыялланған Вәлитовтар 2014 йылда “Йәш ғаилә” программаһы буйынса сиратҡа тора. Һәм, ниһайәт, яңыраҡ улар ҙур шатлыҡ кисерҙе, Сибай ҡала хакимиәте торлаҡ алыу өсөн сертификат тапшырҙы.
—Был беҙҙең өсөн күптән көтөлгән ваҡиға. Өс бала менән бер бүлмәле фатирҙа йәшәү, әлбиттә, ауыр. Хәҙер өйлө булырға мөмкинлек бар. Ҡыҙыбыҙ Сафина сәскәләр үҫтерергә, ҙур улыбыҙ Руслан йорт ҡуяндары тоторға хыяллана.
Беҙгә, атай-әсәй булараҡ, йортобоҙ янында үҙ баҡсабыҙ булып, балаларыбыҙ шат йәшәһә—шул еткән. Дәүләт тарафынан да ярҙам күреп торабыҙ. Хөкүмәтебеҙ күп балалыларҙы ҡурсалай, шуға рәхмәтлебеҙ. Өсөнсө балабыҙ донъяға килгәс, әсәлек капиталы алып ипотеканың яртыһын ҡапланыҡ. Ер участкаһы ла бирҙеләр. Балалар мәктәптә бушлай туҡлана. Мәктәп формаһына киткән сығымды кире ҡайтарып алырға мөмкин. Ай һайын балалар пособиеһы түләнә. Әле килеп сертификат алдыҡ. Ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Афзаловҡа, торлаҡ бүлегендә эшләүсе Эмма Дәүләтгәрәеваға һәм башҡаларға ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ,—ти Светлана Рәмил ҡыҙы һәм Ирек Кинйәбулат улы.
Ғаилә өсөн, әлбиттә, балалар—иң ҙур бәхет һәм ҡыуаныс. Вәлитовтар ҙа улдары Руслан һәм яңы беренсегә барып дәртләнеп уҡып йөрөүсе Сафина өсөн ҡыуанып бөтә алмай. Гимназияның 6-сы класында уҡыусы Руслан йыл һайын Гагарин Кубогы олимпиадаһында ҡатна-шып, республика кимәленә сығып ҡына ҡалмай, ә призлы урындар ҙа яулай. Бәләкәстәре Исламға әле 4 йәш, ул ҡаланың “Айгөл” балалар баҡсаһына йөрөй. Ул да күп белергә ынтыла икән.
Татыу, күркәм был ғаиләгә киләсәктә лә уңыштар насип булһын!