Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт тормошо
9 Июнь 2019, 09:55

ҠЫЙЫУҘАРҒА, УЯУҘАРҒА АРНАЛА

Берәү, икәү, өсәү... биш... ун биш... Күпме һанаһаҡ та осона сығып булмай. Ил сиге һаҡсыларының тантаналы маршта баҫып атлап килеүҙәре үҙе бер матур күренеш булды. Эргәлә торған малайҙарҙың күҙҙәре янып, дәртләнеп китте. Арыраҡ ултырған инәйҙәрҙең, ҡатын-ҡыҙҙарҙың һоҡланыулы ҡараштары, бабайҙарҙың ҡаш өҫтөнә ҡулдарын ҡуйып һәр бер ир-егетте танырға тырышыуҙары, фотографтарҙың бер-бер артлы фото төшөрөүе, телевидение хеҙмәткәрҙәренең ил һаҡсыларынан һорау алыуы, арыраҡ мул табын артында ҡайнар самауырҙар боҫрап ултырыуы, йыр-бейеү—быларҙың барыһы ла байрамға йәм, дәрт, рух өҫтәне.

Эйе, Баймаҡ районы Билал ауылында ил сиге һаҡсыларына арналған стела асыу танатанһы ысын мәғәнәһендә ҙур байрамға әүерелде. Ул ауылдаштарҙы берләштерҙе, йәштәрҙә илһөйәрлек рухы уятты. Стеланы асыу хоҡуғы ауылдашыбыҙ, Афған яуы ветераны, Сибай ҡалаһының "Барыҫ" ойошмаһы етәксеһе Рәсүл Амановҡа һәм райондың "Хәрби туғанлыҡ" ойошмаһы етәксеһе Рәмис Әмиров өлөшөнә төштө. Рәсүл ағай байрамға буш ҡул менән килмәгән. Билал биләмәһенә ҡараған ауылдарҙан бихисап егет ил сиге һаҡсыһы булған. Ана шуларҙың ата-әсәләренә күстәнәстәр таратты. “Йәшел беретлы”ларҙың барыһына ла үҙ-ара татыу, көслө рухлы, тыуған ерҙәренә һәм халҡына тоғро булыуҙарын теләйбеҙ. Ватаныбыҙҙың иң көслө һәм иң сыҙамлы заттары тап ил сиге һаҡсылары. Һеҙҙе бушҡа ғына илдең ҡалҡаны тип атамайҙар. Ошо исемгә тап төшөрмәгеҙ!
Райхана Булатова,
Билал ауылы китапханасыһы.