5 июндән Сибай ҡалаһы мәктәптәре янында эшләгән барлыҡ көндөҙгө һәм ҡала ситендәге һауыҡтырыу лагерҙарында беренсе смена эш башланы. Уларҙа йәйҙәрен күңелле һәм файҙалы үткәрергә теләгән уҡыусылар ял итә.
Төбәктә вожатыйҙар әҙерләүсе махсус уҡыу йорто булмағанлыҡтан, күптәрҙә балалар менән кемдәр эшләйәсәк һуң, тигән һорау тыуыр. Бәхеткә күрә, Сибай педагогия колледжы 2003 йылдан алып был тәңгәлдә ентекле эшләй һәм уҡыу йортоноң III курс студенттарын вожатыйҙар булараҡ лагерҙарға алдан әҙерләү менән шөғөлләнә. Быйыл да йәштәр “Шифа” лагеры биләмәһендә “Йондоҙло” инструкция лагерында махсус әҙерлек үтте.
—Студенттар өсөн был бер яҡтан уҡыу практикаһы булһа, икенсе яҡтан балаларыбыҙ ышаныслы ҡулдарҙа булыуы менән ҡыуандыра,—ти лагерь начальнигы Сәйҙә Хөрмәт ҡыҙы Мәмбәтҡолова.—Өлкән вожатыйҙар—Гүзәл Әсхәт ҡыҙы Сушкова, Эльвира Әнүәр ҡыҙы Әхмәтшина, Лидия Рәмил ҡыҙы Шаһиәхмәтова, Мөҙәрис Миңнебай улы Тотмановтар 133 ҡыҙ һәм егетте 4 көн буйына лагерҙа балалар менән эшләү серҙәренә өйрәтте.
Студенттар Сибай ҡалаһы мәктәптәрендә һәм ҡала ситендәге санаторий-профилакторий, “Ҡайынҡай”, “Шифа” лагерҙарында ғына түгел, тотош Урал аръяғының, атап әйткәндә Баймаҡ районының “Орленок”, Граф күле янындағы, Хәйбулла районының “Аҡсарлаҡ” лагерҙарҙарында вожатый, физкультура, йөҙөү инструкторҙары, музыка хеҙмәткәрҙәре булып эшләйәсәк. Ҡыҙғанысҡа күрә, Йылайыр районының “Дуҫлыҡ” лагеры етәкселеге вожатыйҙар кәрәклеге хаҡында бик һуңлап мөрәжәғәт иткән.
Шуныһы ҡыуаныслы: йәштәр үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнап ҡалмай, быйыл ҡаланың мәктәп яндарында эшләгән көндөҙгө, ҡала ситендәге һауыҡтырыу лагерҙары начальниктарын да үҙҙәре белгәнгә өйрәтер өсөн уларҙы интерактив төбәк кәңәшмәһенә йыйып алды. Уҡыу йортоноң методик бригадаһы ағзалары быйыл кәңәшләшкәндән һуң, ошолай эшләүҙе дөрөҫ тип тапҡан.
Бер яҡтан студенттар өйрәнгәндәрен нығыта, икенсенән уларҙан башҡалар күп нәмәгә өйрәнә.
—Ысынлап та, был бик файҙалы сара,—тине Арҡайым башланғыс мәктәбенең лагерь начальнигы Гөлнара Барлыбаева.—Студенттар оҫталыҡ дәрестәре күрһәтеп, балаларҙың ялдарын ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле үткәреү мөмкинлектәрен барланы. Беҙ уларҙы ситтән күҙәтеп кенә торманыҡ, улар менән бергә уйнаныҡ, йырланыҡ, төрлө уйындарҙа ҡатнаштыҡ. Никах туйы, балаға исем ҡушыу, бишек йырын башҡарыу кеүек йолаларҙы күрһәтеүҙәре лә милли асылыбыҙға ҡайтарҙы.
Альбина Иҙрисова, Гөлсинә Ҡасимова, Ләйсән Иҫәнғоловалар ҙа Гөлнара Ғайсар ҡыҙының һүҙҙәрен хупланы һәм йәштәрҙән бик күп нәмәгә өйрәнеүҙәрен йәшермәне.
“Йондоҙло” инструкция лагеры, унда төбәк кәңәшмәһе ойошторған Сибай педагогия колледжының методик бригадаһы үҙ маҡсатына иреште: студенттар лагерҙарҙа пратика үтергә, лагерҙар начальниктары балалар ялдарын иҫтә ҡалырлыҡ итеп ойошторорға әҙер.