Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт тормошо
20 Февраль 2019, 17:31

Сабый ҡайтты, шатлыҡ артты...

Сибай ҡалаһының ЗАГС бүлегендә йылдың 100-сө, 500-сө, 1000-енсе булып теркәлгән сабыйын тәбрикләү матур йолаға әүерелгән.

Сибай ҡалаһының ЗАГС бүлегендә йылдың 100-сө, 500-сө, 1000-енсе булып теркәлгән сабыйын тәбрикләү матур йолаға әүерелгән. 2019 йылдың 20 февралендә, йәғни бөгөн, бүлектә Илнур һәм Альбина Насыровтарҙың өсөнсө ҡыҙҙары Адинаның тыуыу тураһындағы таныҡлығы 100-сө һан аҫтында теркәлде. Илдар ағаһына, Илнара апайына иш булып тыуған сабый 11 февралдә донъяға килгән. Ауырлығы 3270 г., буйы 52 сантиметр. Күп балалы ғаилә башлыҡтары ҡаланың демографик хәлен яҡшыртыуға артабан да тос өлөш индерәсәктәрен белдерҙе. Бала бағыуҙан ҡурҡмаған йәштәргә Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Денис Назаровтың иҫтәлекле бүләге тапшырылды