Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт тормошо
20 Февраль 2019, 11:25

Ҡаршы ал беҙҙе, Ҡырым!

Бөгөн, йәғни 20 февраль, Сибай ҡалаһынан 250 бала Ҡырымға ял итергә юлланды.

Бөгөн, йәғни 20 февраль, Сибай ҡалаһынан 250 бала Ҡырымға ял итергә юлланды. Уҡыусыларҙы Евпаторийҙағы «Хыял» шифаханаһы ҡаршы аласаҡ. Балаларҙы 29 өлкән кеше оҙатып бара. Улар араһында тәжрибәле педагогтар һәм медицина хеҙмәткәрҙәре бар. Ҙур төркөм башта Магнитогорск аэропортынан Симферопалгә оса. Артабан улар тәғәйенләнгән урынға автобустарҙа барып етәсәк.
«Хыял» шифаханаһында сибайҙарҙы һауыҡтырыу процедуралары, бассейн, тренажер залдары, спорт майҙансыҡтары, күңел асыу саралары, конкурстар, концерттар, Ҡырымдың тарихи урындарына экскурсиялар көтә. Көнөнә 5 мәртәбә туҡланыу ҡаралған.