Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт тормошо
24 Сентябрь 2018, 13:28

Баймаҡтарҙың ҡулынан килә

Баймаҡ районы халҡы «Ҡулдан килә!» Бөтә донъя таҙалыҡ акцияһына дәррәү ҡушылды. Һөҙөмтәлә төбәктең урмандары, ҡырҙары, һыу ятҡылыҡтары, ауыл-ҡалаларҙың урамдары, скверҙары таҙарып, матурайып ҡалды. «Башҡарылған эштәрҙән тирә-яҡ ҡына түгел, күңелдәр ҙә сафланды»,—ти унда ҡатнашыусылар.

Баймаҡ районы халҡы «Ҡулдан килә!» Бөтә донъя таҙалыҡ акцияһына дәррәү ҡушылды. Һөҙөмтәлә төбәктең урмандары, ҡырҙары, һыу ятҡылыҡтары, ауыл-ҡалаларҙың урамдары, скверҙары таҙарып, матурайып ҡалды. «Башҡарылған эштәрҙән тирә-яҡ ҡына түгел, күңелдәр ҙә сафланды»,—ти унда ҡатнашыусылар.
Район редакцияһы хеҙмәткәрҙәре Баймаҡ ҡалаһының Ленин урамындағы боронғо ҡәберлекте тәртипкә килтерҙе. Драматург Мирхәйҙәр Фәйзиҙең һөйәктәре ятҡан был ерҙә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эскән кешеләр күпләп йыйыла. Йыйыштырғандан һуң әлегә бында тәртип тотола.
Баймаҡ урман хужалығы эшселәре, Моҡас ауыл биләмәһендә йәшәүселәр Fәҙелша шарлауығының тирә-йүнен таҙаланы. Дөйөм көс менән был тарафтан 18 тоҡ сүп-сар сығарып түгелгән. Бынан тыш, шарлауыҡ-ҡа илткән һуҡмаҡты ҡоро-һары ботаҡтарҙан, ҡыйҙан да таҙартҡандар. Сүп-сар бит әллә ҡайҙан осоп килмәгән, тәбиғәт ҡосағында ял итергә яратыусылар үҙҙәренән һуң йыйыштырмағанға ла шарлауыҡ яны ныҡ бысранған.
Акция көндө барлыҡ ауылдар гөрләп торҙо. Халыҡ айырыуса йәйҙән һуң ныҡ бысранған йылға, күл буйҙарына айырым иғтибар бүлде. Байыштар—Урғаҙа, ишмөхәмәттәр—Ҡарамалы, таулыҡайҙар Һаҡмар йылғаһы буйында эшләне. Ярҙан сығарылған ҡый махсус техникаға тейәлеп сүплектәргә оҙатылып торҙо. Төбәк ирекмәндәре шулай уҡ инеш-шишмәләрҙе тәртипкә килтерҙе, юл буйҙарын рәтләне, рөхсәт ителмәгән урында барлыҡҡа килгән ҡыйлыҡтарҙы юҡҡа сығарҙы. Баймаҡ ҡалаһында йәшәүселәр Таналыҡ йылғаһы, Граф һәм данлыҡлы Талҡаҫ күлдәре ярҙарындағы сүп-сарҙы йыйыштырҙы. Күмәкләгән—яу ҡайтарған, ти халыҡ мәҡәле. Күмәк көс менән башҡарылған эштең һөҙөмтәһе лә бик яҡшы.
Рәсүл Мансуров.
Һүрәттә: таулыҡайҙар өмә мәлендә.