Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт тормошо
22 Декабрь 2017, 12:12

ҒӘЙБӘТ—ОЛО ГОНАҺ

Бер ваҡыт Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм бәйғәмбәребеҙ үҙенең кешеләренән ғәйбәттең нимә аңлатыуын һораған. Улар: «Аллаһы Тәғәлә һәм уның бәйғәмбәре быны яҡшыраҡ беләлер»,—тип яуап биргән. Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм: «Fәйбәт—ул үҙеңдең яҡындарың тураһында уға оҡшамаҫтай хәбәр һөйләүең»,—тигән. «Әгәр ул сифат унда булһа?—тип һорағандар унан. Бәйғәмбәр: «Ул сифат унда булһа, ул—ғәйбәт, әгәр булмаһа, нахаҡ»,—тип ғәйбәт төшөнсәһен аңлатып биргән.Fәйбәт—һөйләшкәндә кешенең кире сифаттарын телгә алыу:1. Физик кәмселеген (һуҡыр, һаңғырау, аҡһаҡ, зәғиф).2. Fибәҙәт ҡылғандағы етешһеҙлектәр (намаҙ уҡығандағы етешһеҙлектәр).3. Холҡондағы кире яҡтары—тәрбиәһеҙлеге, күп һөйләүе, ялҡаулығы һ.б.4. Кейемендәге етешһеҙлектәр.Быларҙың барыһы ла ғәйбәткә миҫал булып тора. Бөтөн кешенең дә холҡонда етешһеҙлектәр була. Тик уны ниңә башҡаларға еткерергә кәрәк? Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм: «Һәр кем үҙенең кәмселектәрен күреп, етешһеҙ яҡтарын танырға, төҙәтергә тейеш. Кеше үҙе гонаһҡа батып, башҡаларҙы тикшерә икән, был ғәфү итмәҫлек хәл»,—тигән.Хоҙай Тәғәлә үлгән заттың итен ашауҙы тыйған. Кешенең туғаны тураһында ғәйбәт таратыуы үлгәс уның итен ашауға тиң. Насар һүҙҙе һөйләү түгел, тыңлау ҙа тыйыла. Шуның өсөн мосолмандарға ғәйбәт һөйләгән урындарҙы урап үтергә кәрәк.Fәйбәт һатыу үҙеңә оло гонаһ алыу булып һанала.

Бер ваҡыт Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм бәйғәмбәребеҙ үҙенең кешеләренән ғәйбәттең нимә аңлатыуын һораған. Улар: «Аллаһы Тәғәлә һәм уның бәйғәмбәре быны яҡшыраҡ беләлер»,—тип яуап биргән. Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм: «Fәйбәт—ул үҙеңдең яҡындарың тураһында уға оҡшамаҫтай хәбәр һөйләүең»,—тигән. «Әгәр ул сифат унда булһа?—тип һорағандар унан. Бәйғәмбәр: «Ул сифат унда булһа, ул—ғәйбәт, әгәр булмаһа, нахаҡ»,—тип ғәйбәт төшөнсәһен аңлатып биргән.
Fәйбәт—һөйләшкәндә кешенең кире сифаттарын телгә алыу:
1. Физик кәмселеген (һуҡыр, һаңғырау, аҡһаҡ, зәғиф).
2. Fибәҙәт ҡылғандағы етешһеҙлектәр (намаҙ уҡығандағы етешһеҙлектәр).
3. Холҡондағы кире яҡтары—тәрбиәһеҙлеге, күп һөйләүе, ялҡаулығы һ.б.
4. Кейемендәге етешһеҙлектәр.
Быларҙың барыһы ла ғәйбәткә миҫал булып тора. Бөтөн кешенең дә холҡонда етешһеҙлектәр була. Тик уны ниңә башҡаларға еткерергә кәрәк? Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм: «Һәр кем үҙенең кәмселектәрен күреп, етешһеҙ яҡтарын танырға, төҙәтергә тейеш. Кеше үҙе гонаһҡа батып, башҡаларҙы тикшерә икән, был ғәфү итмәҫлек хәл»,—тигән.
Хоҙай Тәғәлә үлгән заттың итен ашауҙы тыйған. Кешенең туғаны тураһында ғәйбәт таратыуы үлгәс уның итен ашауға тиң. Насар һүҙҙе һөйләү түгел, тыңлау ҙа тыйыла. Шуның өсөн мосолмандарға ғәйбәт һөйләгән урындарҙы урап үтергә кәрәк.
Fәйбәт һатыу үҙеңә оло гонаһ алыу булып һанала.