АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт тормошо
8 Сентябрь 2017, 17:23

АНЫҠ ЭШТӘР АЛЫП БАРЫЛА

Аҙна башында Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Зәкир улы Байғусҡаров Сибай ҡалаһына эш сәфәре менән килеп ҡайтты. Был көндө ул ҡалалағы «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһы ултырышында ҡатнашты, Йәштәр йорто янында урынлашҡан яңы балалар уйын майҙансығын асыу тантанаһында, ҡаланың ҡайһы бер объекттарында булды.Сәйәси фирҡә ултырышын ҡала Советы рәйесе Й.У.Биккинов асып ебәрҙе. Ул йыйылышта ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, һүҙҙе «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһының урындағы төбәк контроль-ревизия комиссияһы рәйесе урынбаҫары Э.Р.Мансуроваға бирҙе. Эльза Рафаэль ҡыҙы партия тарафынан иғлан ителгән «Аныҡ эштәр» программаһы тураһында һөйләне. Сибайҙа проект сиктәрендә күп кенә эштәр башҡарыла. Уларҙың күбеһе ҡаланы төҙөкләндереүгә йүнәлтелгән. Быйыл был йүнәлештә эшләп килгән ике проектты билдәләп үтергә кәрәк: Таулы ҡасабаһында урамдарҙы яҡтыртыу мәсьәләһе киҫкен тора ине. Әле яҡтылыҡ приборҙарын ремонтлау эштәре бара. 1 ноябргә уларҙы тамамлау күҙаллана. Шулай уҡ Арҡайым ҡасабаһында «Мәсет» туҡталышынан алып мәктәпкәсә 840 метр арауыҡҡа тротуар һалына. Был йәйәүлеләрҙең, бигерәк тә уҡыусыларҙың хәүефһеҙлеге өсөн мөһим.

Аҙна башында Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Зәкир улы Байғусҡаров Сибай ҡалаһына эш сәфәре менән килеп ҡайтты. Был көндө ул ҡалалағы «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһы ултырышында ҡатнашты, Йәштәр йорто янында урынлашҡан яңы балалар уйын майҙансығын асыу тантанаһында, ҡаланың ҡайһы бер объекттарында булды.
Сәйәси фирҡә ултырышын ҡала Советы рәйесе Й.У.Биккинов асып ебәрҙе. Ул йыйылышта ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, һүҙҙе «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһының урындағы төбәк контроль-ревизия комиссияһы рәйесе урынбаҫары Э.Р.Мансуроваға бирҙе. Эльза Рафаэль ҡыҙы партия тарафынан иғлан ителгән «Аныҡ эштәр» программаһы тураһында һөйләне. Сибайҙа проект сиктәрендә күп кенә эштәр башҡарыла. Уларҙың күбеһе ҡаланы төҙөкләндереүгә йүнәлтелгән. Быйыл был йүнәлештә эшләп килгән ике проектты билдәләп үтергә кәрәк: Таулы ҡасабаһында урамдарҙы яҡтыртыу мәсьәләһе киҫкен тора ине. Әле яҡтылыҡ приборҙарын ремонтлау эштәре бара. 1 ноябргә уларҙы тамамлау күҙаллана. Шулай уҡ Арҡайым ҡасабаһында «Мәсет» туҡталышынан алып мәктәпкәсә 840 метр арауыҡҡа тротуар һалына. Был йәйәүлеләрҙең, бигерәк тә уҡыусыларҙың хәүефһеҙлеге өсөн мөһим.
«Берҙәм Рәсәй» партияһы инициативаһы менән «Заманса ҡала мөхитен булдырыу» федераль проекты старт алды. Сибай ҡалаһы бында ла әүҙемлек күрһәтә. Ҡала мөхите буйынса 3 йәмәғәт урыны һәм 5 ихата төҙөкләндерелә.
Быйыл үҙенең 35 йыллыҡ юбилейын билдәләгән Мәҙәниәт һәм ял паркында ла эштәр тамамланыуға бара. Парк заманса төҫ алды.
З.З.Байғусҡаров башҡарылған эштәр, үҙе ҡатнашлығында сығарылған закон проекттары тураһында һөйләп үтте. Партия инициативаһы менән булдырылған проекттарға ла айырым туҡталды. «Бәләкәй ҡалалар театрҙары» проектында Сибай ҡалаһының «Сулпан» балалар театры һәм А.Мөбәрәков исемендәге башҡорт дәүләт драма театры ҡатнашты. Тимәк, уларҙың матди-техник базаһы нығытыла.
Ултырыштың аҙағында Зариф Зәкир улы «Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһе етәксеһе Гөлдәр Нурулла ҡыҙы Зәйетоваға Рәсәй Дәүләт думаһы депутаты З.З.Байғусҡаровтың Башҡортостан буйынса ярҙамсыһы тигән танытма тапшырҙы.
Артабан Дәүләт Думаһы депутаты проекттарҙа ҡатнашҡан объекттар менән танышып сыҡты. Ҡасандыр буш торған биләмәлә «Йәшлек» скверы ҡалҡып сыҡҡан. Бында йәйәүлеләр өсөн тротуарҙар төҙөкләндерелгән, спорт менән шөғөлләнергә теләүселәр өсөн тренажерҙар, балалар майҙансығы булдырылған. Сквер бөтә яҡтан да яҡтыртылған. Кистәрен бында йәштәрҙе лә, өлкәндәрҙе лә осратырға мөмкин. Кемдәрҙер балаларын майҙансыҡта уйнатһа, икенселәр тренажерҙарҙа шөғөлләнә, өлкәндәр иһә эскәмйәләрҙә ултырып саф һауала ял итә.
Зариф Зәкир улы Көнсығыш биҫтәһендәге ихаталар менән дә танышты. Улар күҙгә күренеп үҙгәргән. Асфальт түшәлгән, тротуарҙар яңыртылған. Ыңғай үҙгәрештәрҙе күргән йорт хужалары сәскәләр ултыртып, ихатаны тағын да йәмләндереп ебәргән.
Шулай уҡ депутат Йәштәр йорто янында урынлашҡан Балалар уйын паркын асыу тантанаһында ла ҡатнашты. Был майҙансыҡты булдырыуға Наталья Водянованың мәрхәмәтлек фонды уйын конструкциялары һатып алыуға аҡса бүлгән. Парк 8 уйын биләмәһенән тора. Ҡом, ҡәлғә, әүһәләктәр, спорт майҙансыҡтары булдырылған. Йәйәүлеләр өсөн һуҡмаҡ, төрлө саралар үткәреү өсөн майҙансыҡ бар. Әйткәндәй, бында кескәйҙәр йәрәхәтләнмәһен өсөн резина япма түшәлгән. Шулай уҡ физик мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн дә ҡулайлаштырылған.
—Бындай уйын паркын тормошҡа ашырыуға Сибай ҡала хакимиәте тарафынан күп көс түгелгән. Сөнки проектты әҙерләп, тәҡдим итеп яҡлап сығыуы ла еңелдән түгел. Бөгөн Рәсәй буйынса ошондай 16 парк бар, шуның берәүһе һеҙҙең ҡалала булыуы ҡыуандыра. Балаларға ла, атай-әсәйҙәргә лә ял итеү өсөн яҡшы урын. Спорт һөйөүселәр ҙә был майҙансыҡҡа битараф ҡалмаҫ. Хәҙер инде булдырылған матурлыҡты һаҡлап, ҡәҙерләп кенә тотонорға ҡала,—тине Зариф Зәкир улы.
Һүрәттә: Балалар уйын паркын асыу тантанаһы.
Читайте нас: