АТАЙСАЛ
-13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт тормошо
31 Август 2017, 13:22

ИЗГЕ ЭШТЕҢ ИРТӘГӘҺЕ ЯҠШЫ

7-се йыл рәттән республикала «Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит!» исемле хәйриәлек акцияһы үткәрелеп килә. Сибай ҡалаһының Көньяҡ-көнсығыш район-ара ғаиләләргә һәм балаларға ярҙам итеү үҙәге лә был саранан ситтә ҡалғаны юҡ. Быйыл 1 июлдән 25 авгусҡа ҡәҙәр Сибай ҡалаһы предприятиелары һәм эшҡыуарҙар булышлығы менән бер-нисә шәфҡәтлелек сараһы булып үтте. Һөҙөмтәлә, 300 мең дә 208 һум аҡса йыйылған. 100-ҙән ашыу балаға мәктәп формаһы һәм канцелярия тауарҙары тапшырылған. 25 августа «Мир» йәштәр йортонда мәртәбәле акцияның йомғаҡлау өлөшө булды. Унда ауыр тормош хәленә тарыған 60 балаға уҡыу кәрәк-яраҡтары һалынған портфелдәр бүләк ителде. Байрамға килгән ата-әсәләрҙе һәм балаларҙы Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Г.Ә.Ишемғолова тәбрикләне.

7-се йыл рәттән республикала «Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит!» исемле хәйриәлек акцияһы үткәрелеп килә. Сибай ҡалаһының Көньяҡ-көнсығыш район-ара ғаиләләргә һәм балаларға ярҙам итеү үҙәге лә был саранан ситтә ҡалғаны юҡ. Быйыл 1 июлдән 25 авгусҡа ҡәҙәр Сибай ҡалаһы предприятиелары һәм эшҡыуарҙар булышлығы менән бер-нисә шәфҡәтлелек сараһы булып үтте. Һөҙөмтәлә, 300 мең дә 208 һум аҡса йыйылған. 100-ҙән ашыу балаға мәктәп формаһы һәм канцелярия тауарҙары тапшырылған.
25 августа «Мир» йәштәр йортонда мәртәбәле акцияның йомғаҡлау өлөшө булды. Унда ауыр тормош хәленә тарыған 60 балаға уҡыу кәрәк-яраҡтары һалынған портфелдәр бүләк ителде. Байрамға килгән ата-әсәләрҙе һәм балаларҙы Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Г.Ә.Ишемғолова тәбрикләне.
—Ҡаланың бик күп предприятиелары, эшҡыуарҙар һеҙҙең өсөн бүләктәр әҙерләне. Аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә балаларын мәктәпкә әҙерләшеү маҡсатында яңы мәктәп формалары, портфелдәр һәм канцелярия тауарҙары алышып биреү—беҙҙең ҡалала матур традицияға әүерелгән. 1-се класҡа барыусы ҡыҙ һәм малайҙарҙың тик яҡшы билдәләргә өлгәшеүен теләп ҡалам,—тине Гүзәл Әхмәт ҡыҙы.
Ҡала Советы депутаты Денис Назаров, эске эштәр бүлеге, «Башҡорт колбасаһы» йәмғиәте, Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы, «Башинформсвязь» йәмғиәте, «Уралсиб» банкыһы, Һаҡлыҡ банкыһы, ҡаланың мәҙәниәт бүлеге, «Башҡортостан шахта үтеү идаралығы» йәмғиәте, ҡаланың хәрби-диңгеҙ флоты вәкилдәре, эшҡыуар Х.Ә.Аҡмырҙин һәм Данил Әминев сәхнәгә бер-бер артлы сығып теҙелгән кескәйҙәргә мәктәп йыйылмалары һалынған өр-яңы портфелдәр тоттороп ҡыуандырҙы. Ҡаланың Көньяҡ-көнсығыш район-ара ғаиләләргә һәм балаларға ярҙам итеү үҙәге директоры Э.Ф.Сафина хәйриәлек акцияларында даими ҡатнашыусы бағыусыларға Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Ололарҙың иғтибарынан һәм матур бүләктәрҙән үҙҙәрен күктең етенсе ҡатында итеп тойған балалар рәхмәт йөҙөнән йыр-ҙар башҡарҙы, бейене һәм шиғырҙар һөйләне. Ата-әсәләр исеменән сығыш яһаусы 5 бала әсәһе О.В.Логинова аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә төрлө яҡлап ярҙам күрһәткәндәре өсөн Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенә, Көньяҡ-көнсығыш район-ара ғаиләләргә һәм балаларға ярҙам итеү үҙәге етәкселегенә, барлыҡ социаль хеҙмәткәрҙәргә оло рәхмәтен белдерҙе.
Һүрәттә: балалар бүләк алып ҡыуанды.
Читайте нас: