Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт тормошо
14 Июль 2017, 12:02

ЭШ УРЫНЫНДА ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК ТАЛАПТАРЫ

Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 212-се статьяһына ярашлы, хеҙмәтте һаҡлау һәм хәүефһеҙ шарттар менән тәьмин итеү буйынса эш биреүсенең вазифаһына, шулай уҡ хеҙмәтте һаҡлау өлкәһендә норматив документтарҙағы үҙгәрештәр һәм яңылыҡтар менән таныштырыу бурысы йөкмәтелә. Эш урынында хеҙмәтте һаҡлау һәм хәүефһеҙ шарттарҙы пропагандалау йәрәхәтләнеүҙәрҙең һәм профессиональ сирҙәрҙең кимәлен түбәнәйтеүгә булышлыҡ итә. Ошо мәсьәләләргә арналған семинарҙар, уҡыуҙар ойоштороу ҙа ыңғай һөҙөмтә бирә.

Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 212-се статьяһына ярашлы, хеҙмәтте һаҡлау һәм хәүефһеҙ шарттар менән тәьмин итеү буйынса эш биреүсенең вазифаһына, шулай уҡ хеҙмәтте һаҡлау өлкәһендә норматив документтарҙағы үҙгәрештәр һәм яңылыҡтар менән таныштырыу бурысы йөкмәтелә. Эш урынында хеҙмәтте һаҡлау һәм хәүефһеҙ шарттарҙы пропагандалау йәрәхәтләнеүҙәрҙең һәм профессиональ сирҙәрҙең кимәлен түбәнәйтеүгә булышлыҡ итә. Ошо мәсьәләләргә арналған семинарҙар, уҡыуҙар ойоштороу ҙа ыңғай һөҙөмтә бирә.
Күптән түгел, Сибай ҡалаһының «Мир» йәштәр йортонда ойошма, предприятие етәкселәре һәм белгестәре өсөн хеҙмәтте һаҡлау мәсьәләләре буйынса уҙғарылған практик семинарҙа ла һүҙ башлыса ошо турала барҙы. Сарала Сибай ҡалаһы һәм Урал аръяғы райондары вәкилдәре ҡатнашты.
Семинарҙы Сибай ҡалаһы ҡала округы башлығының беренсе урынбаҫары И.Ф. Сафин асты. Ул ҡала биләмәләрендә урынлашҡан предприятие һәм учреждениеларҙа хеҙмәтте һаҡлау һәм хәүефһеҙлек шарттарының үтәлеше менән таныштырҙы. Артабан һүҙҙе Башҡортостан Республикаһының Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Ю.М.Мельников алды.
—Хеҙмәтте һаҡлау һәм хәүефһеҙлек шарттарын булдырыу мәсьәләһе республикала яҡшынан түгел. Был юҫыҡта эшләйһе эштәр бик күп. Нимәһе үкенесле, йыш ҡына предприятие етәкселәре тәжрибәле, стажлы эшселәргә хеҙмәт хәүефһеҙлеге буйынса инструктаж үткәрмәй. Ә был бик хаталы ҡараш. Сөнки ниндәй генә үҙ эшенең оҫтаһы булмаһын, кешегә онотоу, яңылышыу тойғоһо хас. Шуға күрә, эшселәрҙең йәшенә лә, олоһона ла эш хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен иҫкәртеп торорға кәрәк. Былар эш урындарында ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе булдырмаҫҡа, эшселәрҙең ғүмерен һаҡлап ҡалырға ярҙам итәсәк, шуны онотмайыҡ. Бәхетһеҙ осраҡтарҙы йәшереп ҡалыусылар ҙа юҡ түгел. Бигерәк тә ялланып эшләүселәргә иғтибар итергә кәрәк. Улар араһында төрлө тән йәрәхәттәре алыусылар йыш күҙәтелә. Практик семинарҙарҙы киләсәктә лә даими үткәрәсәкбеҙ, сөнки бында беҙҙе борсоған актуаль мәсьәләләр ҡарала, килеп тыуған һорауҙарға яуап табыла,—тине үҙ сығышында Юрий Михайлович. Башҡортостан Республикаһы профсоюздар федерацияһы рәйесе урынбаҫары В.А.Апокин, Башҡортостан Республикаһы Хеҙмәт дәүләт инспекцияһы вәкиле А.Р.Мөхтәруллина, Рәсәй Федерацияһының Башҡортостандағы Социаль страховкалау фонды идаралығының төбәк бүлеге вәкиле Н.Н.Низаметдинов, Башҡортостан Республикаһы профсоюздар федерацияһы белгесе А.А.Жмаев, Башҡортостан Республикаһының Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының Сибай буйынса территориаль бүлек начальнигы Т.Т.Исҡужиналарҙың сығыштары бик фәһемле һәм файҙалы булды. Семинарҙа ҡатнашыусылар хеҙмәтте һаҡлау өлкәһендәге белемдәрен тематик видеояҙмалар һәм күргәҙмә материалдар ярҙамында байытты, үҙ-ара фекер алышты, тәжрибә тупланы.
Һүрәттә: семинар мәлендә.