Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт тормошо
19 Май 2017, 13:00

ӨЙЛӨНӨҢ ЭШТӘРЕ КӨЙЛӨ

Бармы беҙҙә ил ҡото? Янамы ғаилә уты? Саф мөхәббәт һәм тоғролоҡтоң сере нимәлә? Яҙҙың матур көндәренең береһендә—Халыҡ-ара ғаилә көнө билдәләнгәндә Сибай ҡалаһының А.Мөбәрәков исемендәге башҡорт дәүләт драма театрында ошо һорауҙарға яуапты бергәләп таптыҡ.Иң беренселәрҙән булып сәхнәгә балаларында милли рух тәрбиәләгән, әҙәп-әхлаҡты өҫтөн ҡуйған, милли кәсептәрҙе үҫтергән, мәҙәниәтте юғары кимәлгә күтәргән «Fаилә—илһам сығанағы» ҡала конкурсында еңеүселәр—Әлиә һәм Иштуған Ноғомановтар, Гөлназ һәм Рафаэль Мәхмүтовтар, Вәлимә һәм Илшат Баййегетовтар, Оксана һәм Максим Бабошкиндар сыҡты. Конкурста 35 ғаилә ҡатнашырға теләк белдергән. Шуларҙың 25-е төрлө һынауҙар үтеп, финалда 15-е ярышҡан.

Бармы беҙҙә ил ҡото? Янамы ғаилә уты? Саф мөхәббәт һәм тоғролоҡтоң сере нимәлә? Яҙҙың матур көндәренең береһендә—Халыҡ-ара ғаилә көнө билдәләнгәндә Сибай ҡалаһының А.Мөбәрәков исемендәге башҡорт дәүләт драма театрында ошо һорауҙарға яуапты бергәләп таптыҡ.
Иң беренселәрҙән булып сәхнәгә балаларында милли рух тәрбиәләгән, әҙәп-әхлаҡты өҫтөн ҡуйған, милли кәсептәрҙе үҫтергән, мәҙәниәтте юғары кимәлгә күтәргән «Fаилә—илһам сығанағы» ҡала конкурсында еңеүселәр—Әлиә һәм Иштуған Ноғомановтар, Гөлназ һәм Рафаэль Мәхмүтовтар, Вәлимә һәм Илшат Баййегетовтар, Оксана һәм Максим Бабошкиндар сыҡты. Конкурста 35 ғаилә ҡатнашырға теләк белдергән. Шуларҙың 25-е төрлө һынауҙар үтеп, финалда 15-е ярышҡан. Еңеүселәрҙең сығыштарын ҡарап, ғаилә усағын һаҡлаусы гүзәл заттарҙың оҫта ҡуллы, балаларына матур тәрбиә биреүсе әсәй, ә атайҙарҙың карапты дөрөҫ юлдан алып барыусы капитан булыуҙарын күрҙек.
Бөгөн илебеҙҙә ғаиләләрҙе ишәйтеүгә, социаль ярҙам күрһәтеүгә булышлыҡ иткән күп кенә программалар уңышлы эшләп килә. Матур сарала ҡалабыҙҙың 3 һәм унан да күберәк балалар бағыусы Хәмитовтар, Дәүләтсуриндар, Абдуллиндар, Әлмөхәмәтовтар, Мансуровтар, Fилмановтар, Таһировтар, Ваһаповтар, Йосоповтар, Хаббиндар, Юнысовтар, Ишморатовтар, Халитовтарҙың ғаиләләренә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға дәүләт ярҙамы—сертификаттар тапшырылды.
—Илебеҙҙең, туған халҡыбыҙҙың көслө булыуы, гүзәллеге уның ныҡлы ғаиләләренән башлана. Бына әле сәхнәлә үҙ хеҙмәттәре менән биҙәүсе, башҡаларға өлгө булырлыҡ 13 матур пар баҫып тора. Балаларығыҙ аҡыллы, рухлы булып үҫһен, киләсәктә илебеҙгә тоғро хеҙмәт итһен. Дәүләт ярҙамының мәнфәғәтен күреп, тырышып донъя көтөгөҙ,—тине Сибай ҡала хакимиәте башлығы Х.Х.Сөләймәнов йәштәрҙе тәбрикләп.
Сибай ҡалаһы ҡыҙы Юлиә һәм Йылайыр районы егете Әхмәт Дәүләтсуриндарҙың (һүрәттә) өйләнешкәненә—10 йыл. Былтыр өлкән ҡыҙҙары Элинаға иш булып игеҙәктәр Азалия һәм Урал тыуған. Күп балалы ғаиләгә әүерелгән Дәүләтсуриндар әлегә Юлиәнең ата-әсәһе йортонда йәшәй. Дәүләт ярҙамы уларҙың үҙ ҡыйыҡтары хаҡындағы күптәнге хыялдарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итәсәк. Юлиә Шәрифйән ҡыҙы һәм Әхмәт Рәжәп улы сертификат алған барлыҡ бәхетле ғаиләләр исеменән матди ярҙамдары, даими хәстәрҙәренән айырмаған өсөн ил, республика Хөкүмәтенә ҙур рәхмәттәрен еткерҙе.
Гөлдәр Иҙрисова.
Читайте нас: