Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт тормошо
12 Декабрь 2016, 22:18

Милли рух тәрбиәләйбеҙ

3-4 йәшлек балаға башҡорт икәнлегебеҙҙе аңлатыуы, әлбиттә, еңелдән түгел. Шуның өсөн дә милләтебеҙгә һөйөү тәрбиәләүҙе ниндәй йүнәлештә алып барыу кәрәк тигән һорау килеп тыуа. Мин «Ләйсән» балалар баҡсаһында эшләү дәүерендә был юҫыҡта арыу ғына тәжрибә туплап өлгөрҙөм, тип әйтә алам.

Эшем төркөм бүлмәһен биҙәүҙән башланды. Урындыҡ, һандыҡ эшләтеп, буй, арҡыры юрғандар тегеп, балаҫ һуғып, яҫтыҡтар эшләп башҡорт рухында мөйөш булдырҙым. Халҡыбыҙҙың кейемдәре, боронғо йолалары менән таныштырыуға ла ҙур иғтибар бирәм. Ҡурсаҡҡа башҡорт милли күлдәге, һаҡал, ҡашмау, үрмес тегеп кейҙерҙем.

Милли рух үҫтереүгә ҙур этәргес булған «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү конкурсынан ситтә ҡалмаҫҡа тырышабыҙ һәм йыл да призлы урындар яулайбыҙ. Был ярышта тәрбиәләнеүселәрем Батисова Нурсилә, Дилмөхәмәтов Азамат, Илфар һәм Инсаф Солтановтар бик әүҙем ҡатнаша. Бәләкәстәрҙең ошо хеҙмәте II-III дәрәжәле дипломдар менән билдәләнде. Эпос балаларға яман менән яҡшыны айырырға өйрәтә. Хәтерҙе, ихтыяр көсөн нығыта.

Үткән йыл Мәләүез ҡалаһында үткәрелгән «Мин—тикшереүсе» исемле Бөтә Рәсәй конкурсында Солтанов Илфар ҡатнашып, башҡорттоң милли ризығын—талҡанды әҙерләү ысулын күрһәтте. Уның был эшен жюри ағзалары II дәрәжәле диплом менән баһаланы.

Ауылыбыҙҙа башҡорт рухы көслө. Киләсәктә ағинәйҙәр, аҡһаҡалдар, хеҙмәт ветерандары һәм башҡалар менән осрашыу ойоштороуҙы ла ниәт иткәнмен. Халҡыбыҙҙың әкиәттәрен, йырҙарын, риүәйәт-легендаларын ололарҙан отоп алайыҡ, онотмайыҡ тигән теләктәмен. Телебеҙҙе боҙмаһаҡ, быуындар бәйләнешен өҙмәһәк, киләсәгебеҙ ныҡлы, ышаныслы булыр.

Йылайыр районы.


Читайте нас: