Башҡарылған эштәр ҡаланың янғынға ҡаршы һаҡлыҡ саралары кимәлен нығытты һәм янғындарҙың кәмеүенә булышлыҡ итте. Шулай ҙа 2016 йылдың 25 октябренә ҡарата Сибай ҡала округы ҡала хакимиәте биләмәһендә 63 янғын осрағы теркәлде. Унда 2 кеше янып үлгән, 5-әүһе төрлө тән йәрәхәттәре алған.
Янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙә планлаштырылған һәм пландан тыш күсмә тикшереүҙәр өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булып тора. Йыл башынан хеҙмәткәрҙәр тарафынан 48 тикшереү уҙғарылды, шуларҙың 14-е планлаштырылған һәм 34-е планлаштырылмаған. Тикшереү барышында 437 янғын хәүефһеҙлеген боҙоу осрағы теркәлгән.
Шуны ла билдәләп үтке килә: күп кенә етәкселәр был эшкә яуаплы ҡарай, ләкин араларында янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса талаптарҙы үтәмәүселәр ҙә осрай. Киләсәктә был етди проблемалар тыуҙырырға мөмкин. Ошонан сығып учреждениелар етәкселәрен янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен һәм талаптарын үтәмәүҙә шәхсән яуап бирәсәктәре тураһында иҫкәртеп китәбеҙ.
Федераль дәүләт янғын күҙәтеүе ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәүегеҙҙе һорай. Именлек үҙебеҙҙең ҡулда икәнен онотмайыҡ!