АТАЙСАЛ
-13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт тормошо
5 Декабрь 2016, 22:19

Тормош һабағы бирә

Сибай ҡалаһының махсус коррекцион мәктәбендә 107 уҡыусы белем ала. Шуларҙың 87-һе—инвалид балалар. Айырым иғтибарға, белем биреү алымдарына мохтаж кескәйҙәргә педагогтар оло тормошҡа яраҡлашыу һабағы бирә, хеҙмәткә, йәшәргә өйрәтә.

Коррекцион мәктәптә тиҫтә йылдан ашыу эшләгән юғары категориялы логопед Фәриҙә Фәрит ҡыҙы Биктимерова үҙ эшенә мөкиббән бирелгән белгес. Башта БДУ-ның Сибай институтында музыкаль белем алған уҡытыусы физик мөмкинлектәре сикләнгән балалар менән эшләү мөхитенә килеп эләккәс, олигофренопедагогика буйынса белемен камиллаштыра.

— Инвалид балалар менән эшләгән уҡытыусы сабыр, түҙемле, кеше проблемаһына битараф булмаҫҡа, бәләкәстәрҙе яратырға тейеш. Шунһыҙ балаларҙың, ата-әсәләрҙең иғтибарын, ихтирамын яулап булмай,—ти Фәриҙә Фәрит ҡыҙы.

Үҙ эшенең оҫтаһы булған мөғәлимәне уҡыусылары ярата, хөрмәт итә. Быға беҙ үҙебеҙ ҙә шаһит булдыҡ. Дәрескә инеү менән уны балалар ҡосаҡлап ала. Телмәрҙәрендә тотҡарлыҡтар булған ҡыҙҙар-малайҙар логопедтың һәр ымын, хәрәкәтен ҡабатлап, үҙҙәре өсөн яңылыҡ алырға тырыша. Уҡытыусының 6-сы класс уҡыусыһы Роман Шаранов менән шәхсән шөғөлләнеүен ҡарап, был хеҙмәттең шул тиклем көсөргәнеш талап итеүенә инандыҡ.


Фәриҙә Биктимерова үҙе эшләгән белем усағының 45 йыллығына арнап «Йылылыҡ һәм изгелек мәктәбе: Сибай ҡалаһының коррекцион мәктәбе тарихы» тигән китап сығарған. Уҡыу йортоноң барлыҡҡа килеү һәм үҫеш тарихына бағышланған хеҙмәтте түңәрәк дата уңайынан педагогик коллектив ҙур бүләк итеп ҡабул иткән.

Читайте нас: