Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт тормошо
28 Ноябрь 2016, 22:22

Маркаһына түгел, хаҡына ҡара...

Һуңғы ваҡытта контрафактлы продукция хаҡында күп ишетергә тура килә. Нимә һуң ул? Граждандар кодексына ярашлы, тауар билдәһе йә уның исеменә оҡшаш ҡатнаш атама законһыҙ рәүештә тауарҙа, этикеткала, тауар төргәгендә күрһәтелһә, ул контрафакт продукция исемлегенә индерелә.

Сибай ҡалаһының эске эштәр бүлегенән белдереүҙәренсә, легаль булмаған продукцияларҙы асыҡлау маҡсатында оператив-профилактик саралар даими рәүештә ойошторола. Шуныһы күңелде ҡыра: был тәңгәлдә күңелһеҙ хәлдәр осрай һәм теркәлә. Улар күберәк ялған алкоголь продукцияһына ҡағыла.

Ялған араҡы беҙҙең тарафтарға яҡындан, йәғни Ҡаҙағстан республикаһынан килә. Мәҫәлән, 2015 йылда спиртлы эсемлек ҡойоу менән булышҡан шундай цехтың эҙенә сығып, уны ябалар. Ойоштороусыларына енәйәт кодексының бер нисә статьяһы буйынса енәйәт эштәре асылған һәм әлеге ваҡытта улар суд ҡарамағында.

Яҡын ятҡан сит илдәрҙән килтерелгән тәмәкеләр ҙә шик уята. Араҡы, тәмәкенән тыш, кейем-һалым, аҙыҡ-түлек араһында ла контрафактлы продукция барлығы асыҡланған. Мәҫәлән, Сибай ҡалаһында «Adidas», «Nike» кеүек билдәле фирмаларҙың маркаларын ҡулланып тегелгән кейемдәрҙе һатыуға ҡуйыусылар теркәлгән. Әйтергә кәрәк, улар арҡаһында хөкүмәткә миллион ярым һумлыҡ зыян килтерелгән.

Контрафактлы продукция һаулыҡ өсөн зарарлы. Кейем-һалым ҙур ҡурҡыныс тыуҙырмаһа, араҡы һәм тәмәкенең зыяны ҙур. Унда ниндәй матдәләр ҡушып эшләнгәнен етештереүселәр үҙҙәре генә белә. Мәҫәлән, яңыраҡ Сибай ҡалаһында йәнә бер аҫтыртын эшләүсе цех эске эштәр хеҙмәткәрҙәре тарафынан ябылған. Бында берәҙәк тормош алып барған ҡатындар үҙҙәре үк йыуынып йөрөгән мунсала кер йыуыу машинаһы аша шешәләргә араҡы ҡойоп, ялған акциз маркалары, этикеткалар йәбештереп, спиртлы эсемлекте һатыуға сығарған. Бындай араҡы ағыуланыу ғына түгел, төрлө сирҙәр йоҡтороу ҡурҡынысы уята.


Әлбиттә, бындай ялған продукция арзан. Әгәр билдәле бренд тип танылған «Hennessy», «Jack Daniels» коньяктарының бер данаһы 7-8 мең булһа, ялған цехтарҙан уны 250-300 һумға алып була. Күреүегеҙсә, хаҡта ҙур айырма, уйланырға урын бар. Арзан хаҡҡа алданып, үҙ һаулығығыҙҙы, ғүмерегеҙҙе ҡурҡыныс аҫтына ҡуймағыҙ.

Читайте нас: