Шәхес
14 Апреля , 09:00

Йырҙары үлемһеҙ

Баймаҡ районында һәүәҫкәр композитор Вилүр Мәүлитовтың Хәтер кисәһе үтте.

Йырҙары үлемһеҙЙырҙары үлемһеҙ
Йырҙары үлемһеҙ

Билал ауылында билдәле композитор һәм педагог Вилүр Шәкирйән улының Хәтер кисәһе һәм "Рәхмәтлемен" китабының исем туйы үтте. Был сара Вилүр Мәүлитовтың күп йылдар балаларға белем һәм тәрбиә биреүен, ижад мираҫын һәм шәхси тормошон хөрмәтләүгә арналды. Кисәлә уның яҡындары, класташтары, курсташтары, ижадташ дуҫтары, етәкселәр, коллегалары һәм уҡыусылары, ауылдаштар ҡатнашашты. Ошоға тиклем дә Вилүр Мәүлитовтың ижад кисәләрен күп тапҡырҙар үткәрҙек. Быйыл композиторҙың 75 йәшлек юбилейын ҙурлап үткәрергә йыйынғанда, Вилүр ағай беҙҙең аранан мәңгелеккә китте. Үҙе китһә лә уның йырҙары, ижады ҡалды. Кисәне Вилүр ағайҙың ейәне Данияр һәм ейәнсәре Нурия "Һалдат булам" йыры менән башлап ебәрҙе. Артабан йырсылар Айгиз Юлмөхәмәтов, Фәнис Сирбаев, Азамат Ишйәров, Фәрит Йосопов, Рауил Йәнсурин, Гөлнара Ҡотлоғәләмова, Нурзиә Иҫәнъюлова, Инсаф Зәйнуллин, Айгүзәл һәм Йәнгүзәл Зәйнуллиналар, Билал мәктәбе коллективы, уҡыусылар, Өмөтбай ауылының "Миләш" вокал ансамбле (етәксеһе Әлфиә Сәғәҙәтова), Әбйәлил районы Ҡаҙмаш ауылының “Мөғжизә” вокал ансамбле (етәксеһе Разия Ғиззәтова) йырҙары менән кисәбеҙҙе биҙәне. Рәмил Хәсәновтың ҡурайҙа уйнауы, урындағы мәктәптең "Йәйғор" бейеү ансамбле бейеүҙәре (етәксеһе Дилара Әхмәтова) тамашаның сағыу бер биҙәге булды. Вилүр Мәүлитовтың ижады, тормош юлы тураһында сығыш яһаусы Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Луиза Ҡаһарман ҡыҙына, Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы директоры Гөлназ Әкрәм ҡыҙына, Урал аръяғы агросәнғәт колледжы директоры Илдус Әдиф улына, Әбйәлил районы Әсхәл Әхмәт Хужа исемен йөрөткән “Йәйғор” әҙәби ойошмаһы ағзаларына рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Кисәлә Вилүр Шәкирйән улының ҡатыны Зифа апай, улы Таһир, ҡыҙҙары Айгөл, Луиза, туғандары, класташтары, курсташтары бик матур сығыш яһаны һәм композиторҙың тормош юлын тулыраҡ асты. Китапты сығарыуға һәм Хәтер кисәһен үткәреүгә күп көс һалған мәғариф ветерандары Илдүсә Әминева, Сәғирә Кәримова, китапханасы Райхана Булатоваларҙың эшен баһалап район Советының һәм хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын район Советы секретары Әбүбәкиров Иҙел Данил улы тапшырҙы. Беҙгә ярҙам иткән Билал ауыл хакимиәте башлығы Данис Рәфҡәт улына, мәктәп директоры Арсен Арслан улына һәм мәктәп коллективына, уҡыусыларға, клуб мөдирҙәренә, хеҙмәткәренә, китапханасыларға, өс сәғәт барған тамашаны түҙемле генә ҡарап ултырған тамашасыларға ҙур рәхмәт. Үҙенең аппаратураһы менән кисәне баштан алып аҙағына тиклем музыкаль яҡтан биҙәүсе Әлфиә Сәғәҙәтоваға айырыуса рәхмәтлебеҙ. Иртә менән самауырҙар ҡуйып, тәмле ризыҡтары менән өҫтәл әҙерләп барыһын да һыйлаусы Билал, Һәмән ағинәйҙәренә, шулай уҡ, тәмлекәстәр бешереп алып килгән мәктәп коллективына, Вилүр Мәүлитовтың ғаиләһенә ҙур рәхмәт! Вилүр Шәкирйән улы арабыҙҙан китһә лә моң-йырҙары беҙҙең менән. Композиторҙың нәҫелен, эштәрен дауам итерлек балалары, тормош иптәше, туғандары, дуҫтары, уҡыусылары бар. Хәтер мәңгелек. Вилүр ағайҙың яҡты иҫтәлеге, үлемһеҙ ижады беҙҙең менән ҡала. Вилүр Мәүлитов кеүек кешеләрҙең беҙҙең арала булыуы, йәшәүе – ул ҙур мәртәбә. Кисәне композиторҙың "Йыр - толпарым" йыры менән тамамланыҡ. Йыр-толпарым иҫән-һау булһа, Ҡыуаныслы булыр юлдарым. Хатта үҙем донъя ҡуйғас та, Гиҙер әле илде толпарым! Эйе, Вилүр Шәкирйән улының йырҙарын артабан да йырларҙар, уның ижадын дауам итерҙәр тигән өмөттә ҡалабыҙ. Фото һәм мәғлүмәт Баймаҡ районы хакимиәте сәхифәһенән

Йырҙары үлемһеҙ
Йырҙары үлемһеҙ
Йырҙары үлемһеҙ
Йырҙары үлемһеҙ
Йырҙары үлемһеҙ
Йырҙары үлемһеҙ
Йырҙары үлемһеҙ
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас