Бөтә яңылыҡтар
Шәхес
22 Октябрь 2025, 10:10

Һөнәренә ғашиҡ уҡытыусы

Уҡытыусылар көнө уңайынан Сибай ҡалаһы мәктәптәренең 8 педагогы «Рәсәй Федерацияһы мәғариф өлкәһенең почетлы хеҙмәткәре» маҡтаулы исеме алды. Шулар араһында 9-сы лицейҙың химия уҡытыусыһы Гүзәл Ҡотлобирҙина ла бар. Бындай юғары исемгә уҡытыусы төбәк, Бөтә Рәсәй кимәлендәге предмет олимпиадалары еңеүселәре һәм призерҙары, Берҙәм дәүләт имтиханында сығарылыш уҡыусылары юғары балдар йыйғаны өсөн генә түгел, 33 йыл арымай-талмай уҡыусыларға белем һәм тәрбиә биргәне өсөн лайыҡ булған.

Һөнәренә ғашиҡ уҡытыусы
Һөнәренә ғашиҡ уҡытыусы

 

Гүзәл Йомабай ҡыҙы Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында 1968 йылда донъяға килгән. Тыуған ауылы мәктәбен тамамлағас теш табибы булырға хыялланған ҡыҙ баш ҡаланың медицина институтына имтихандар тапшыра. Әммә балдары тулмағас ҡайтып «Сибай» совхозында эшләй башлай. Үҙенә йөкмәтелгән бурысты намыҫ менән атҡара, ауыл Советына депутат итеп тә һайлана. Бер аҙ тәжрибә туплап, аҡса ла эшләп алғас, Гүзәл тағы Өфөгә юллана. Был юлы ул Башҡорт дәүләт университетының биология-химия факультетына уҡырға инә. 1993 йылда ҡулына диплом алғас Баймаҡ районының Кәрешкә ауылында балалар уҡыта башлай.

-Кәрешкәлә биологияны ла, химияны ла башҡорт телендә уҡыттым. Унан Сибай ҡалаһының 8-се мәктәбенә эшкә урынлаштым,--тип һөйләй уҡытыусы ауылдан ҡалаға нисек килеүен аңлатып.-Йәш уҡытыусылар тупланған коллективта эшләп китеүе ҡыйын булманы. Директор Таһир Ваһапов (мәрхүм), уҡытыу буйынса директор урынбаҫары Әнисә Хөбәйбуллина барыбыҙҙы ла ҡанаты аҫтына алып, эшкә өйрәтте.

2004 йылда Гүзәл Йомабай ҡыҙы 9-сы лицейға күсә. Шунан алып бөгөнгө көнгәсә ошо белем усағында балаларға химиянан белем бирә. Бында инде уҡытыусының остаздары шул ваҡыттағы лицей директоры Тамара Солонина, завуч Татьяна Гаврилова була. Уҡытыусы бер нисә йыл биологиянан да уҡыта. Тик һуңғы йылдарҙа химия фәненә өҫтөнлөк бирә.

-Химия—мәктәп программаһында иң ҡатмарлы фәндәрҙең береһе. Был фәнде ысын күңелдән яратырға һәм аңларға кәрәк. Уҡыусыларым шулай эшләй ҙә,--ти Гүзәл Ҡотлобирҙина.

9-сы лицейҙа 21 йыл эшләү дәүерендә әллә күпме ҡыҙ һәм малайға мауыҡтырғыс химия донъяһына юл асҡан. Сығарылыш кластары уҡыусылары араһында медицина өлкәһен һайлаусылар, химик лабораторияларҙа эшләүселәр бихисап. Сибай үҙәк дауаханаһы табиптары--Рәлиә Солтанова, Динислам Нәбиев, Тимур Байрамғолов, Диана Заманова, химик Алина Әлхәмова химиянан алған тәрән белемдәре өсөн Гүзәл Йомабай ҡыҙына рәхмәтле.

Уҡыусылары Сергей Паскидов, Искәндәр Йәнтилин, Владислав Иҫәнбаев, Алина Ғималетдинова химия буйынса предмет олимпиадаларында еңеүсе, призер булып танылған. Берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға тапшырыусы уҡыусыһы Есения Смирновская менән сикһеҙ ғорурлана уҡытыусы. Шулай уҡ имтиханда юғары балдар йыйған Елизавета Паскидова, Полина Суркова, Дарина Никулиналар ҙа медицина, химия буйынса белем алыуын дауам итә.

Гүзәл Йомабай ҡыҙы үҙе медицина буйынса китә алмаһа ла улы Мөхәмәт, ҡыҙы Шәүрә Сибай медицина колледжын тамамлаған һәм һайлаған һөнәрҙәре буйынса эшләй. 30 йылға яҡын ышаныслы терәге, таянысы булған ире Рәвил Ҡотлобирҙиндан да уңыуына ла Гүзәл ханым ифрат ҡыуана.

Гөлдәр Ҡадаева.

Һөнәренә ғашиҡ уҡытыусы
Һөнәренә ғашиҡ уҡытыусы
Һөнәренә ғашиҡ уҡытыусы
Һөнәренә ғашиҡ уҡытыусы
Һөнәренә ғашиҡ уҡытыусы
Һөнәренә ғашиҡ уҡытыусы
Автор: Гульдар Кадаева
Читайте нас