Бөтә яңылыҡтар
Шәхес
3 Март 2025, 11:20

Ҡурайсы рухы йәшәй

Тыуыуына 120 йыл тулғанда, баҡыйлыҡҡа күсеүенә 59 йыл үткәс тә кеше үҙ рухташтарын бер залға туплай ала икән, тимәк, ул был донъяла юҡҡа йәшәмәгән... Үҙ артынан яҡты эҙ, һүрелмәҫ моң ҡалдырып китеүсе яҡташыбыҙ, билдәле ҡурайсы Хәмит Әхмәтов хаҡында гәзитебеҙҙең 49-сы һанында (2024 йылдың 4 декабре) мәғариф ветераны Сәғиҙә Байназарова күләмле мәҡәлә яҙып сыҡҡайны инде. Ә олуғ шәхестең тыуған көнөндә, йәғни 28 февралдә Сибай концерт-театр берекмәһенә уның рухташтары йыйылды.

Ҡурайсы рухы йәшәй
Ҡурайсы рухы йәшәй

Зәңгәр экрандар аша «Хазина» тапшырыуын алып барыусы булараҡ киң билдәле яҡташыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ артисы, С.Юлаев исемендәге премия лауреаты Юлай Ғәйнетдинов алып барған Хәтер кисәһе ысын мәғәнәһендә хазинаға торош ине. Экранда элекке видеояҙмалар күрһәтелде, унан беҙ атаҡлы ҡурайсыларҙың Хәмит Әхмәтов хаҡында һөйләгәндәрен ишеттек, ә сәхнәгә хәҙерге ҡурайсылар сыҡты. Юлай Ишбулды улы улар менән таныштыра барҙы. Улай ғына ла түгел, ҡурайсылар башҡарған һәр йыр-көйҙөң тарихын һөйләне.

Сараны Шамил Күсәмишев, Рәмил Ҡотосов, Фәнил Кинйәғолов, Руслан Бикбаев, Ыласын Мәғәфүров, Әнүәр Ниғмәтуллин, үҙе йырсы, үҙе ҡурайсы, үҙе атҡаҙанған бейеүсе Хәбир Аралбаев биҙәне.

Хәтер кисәһендә Хәмит Әхмәтовтың күп һанлы туғандары ҡатнашты. Уларҙың нәҫелендә сәнғәт әһелдәре булыуы, үҫеп килеүсе балалар араһында ҡурайсыларҙың барлығы ҡыуандырҙы. Тимәк, нәҫел моңо тынмаясаҡ.

 

 

 

 

Резеда Усманова.

Автор:
Читайте нас