Нәйлә Сәфәрғолова яҙа:
—... 2017 йылда, беренсе тапҡыр уҙғарылған "Йөрәк һүҙе"нән һуң, Мортаза Ғөбәйҙулла улы мине, үҙенә саҡыртып алды.
- Һин унда шәп фестиваль уҙғарып ятаһың икән, халыҡты илатып бөткәнһең. Кеше шулай ти бит. Мин БСТ-ны күптән ҡарамайым. Видеояҙмаһын килтерһен әле тигәйнем, алып килдеңме? - тип, баҫып, ҡулын биреп, ҡаршы алды ул мине үҙенең Өфө ҡалаһы Совет майҙаны эргәһендәге бинала урынлашҡан эш бүлмәһендә.
- Мортаза Ғөбәйҙуллович, алып килдем, рәхмәт, фестиваль түгел, шиғриәт бәйгеһе уҙғарҙым бит мин. Башҡорт телен һаҡлау, яҡлау һәм уны ҡурсалау ниәте менән тыуҙырылған мәҙәни сара булды ул, - тинем.
- Тағы ла уны ҡасан үткәрергә уйлайһың? - тип һораны ул ҡыҙыҡһынып.
- Әлегә был бәйгенең дауамы хаҡында уйламағайным... Һеҙ әйткәс, 2018се йылда ла үткәрергә тырышырмын инде хәҙер, Мортаза Ғөбәйҙуллович, - тиеп яуапланым.
- Халыҡ тәккә генә шау-гөр килмәйҙер, халыҡ оҡшатҡас, тимәк, ул кәрәкле сара! Һин күп уйланма - мотлаҡ эшлә! Минән дә махсус премия булыр, - тип, "Йөрәк һүҙе - 2017" яҙмаһын алып ҡалды.
Ә инде, 2018 йылда, саҡырыу ҡағыҙын уның ҡулына үҙем барып тапшырғас, ул:
- Килермен, мине белгәндәргә сәләм әйтә тор, йәме,"- тип, арҡамдан һөйөп, йылмайып тороп ҡалды.
...Уны мин һуңғы минутҡа тиклем көттөм, бәйге башланғас та, килмәнеме икән тип, фойеға сығып-сығып ҡарап йөрөнөм. Өмөттәрем аҡланманы - ул килмәне...
... Шул, "Йөрәк һүҙе"нән һуң, ике көн дә үтмәне, ул мине тағын үҙенә саҡырып алды. Мин уға, шиғриәт бәйгеһендә уҡылған, Учалы егете Фәнил Бүләков менән уның ҡыҙы Азалия башҡарыуындағы видеояҙманы алып барҙым. Ул мине, аяғының ауыртыуына ҡарамаҫтан, ғәҙәтисә, баҫып, ҡулын күрешергә һуҙып, ҡаршы алды. Йүгереп тигәндәй килеп күрештем дә:
- Халыҡ Һеҙҙе көттө, бик көттө, Мортаза Ғөбәйҙуллович,- тинем.
- Ысынмы? Мин барырға йыйынып та бөткәйнем былай...
- Һеҙгә күстәнәскә бер шиғыр алып килдем әле бына.Тыңлайһығыҙмы?- тип флешканы уға һуҙҙым. Ул:
- Был нәмәне компьютерға ҡуя беләһеңме һуң үҙең, әллә, ярҙамсымды саҡырайыммы? Тыңлағы килә, әлбиттә. Миңә әйттеләр ул, һеҙгә арнап "Йөрәк һүҙе"ндә шиғыр уҡынылар тип. Халыҡ иланы, тамашасылар оҙаҡ итеп ҡул саптылар тип тә әйттеләр, әйттеләр...
... Әле мин шул осрашыуҙы иҫләйем дә, үҙем илайым, үҙем ауыр уйҙарға сумам, дуҫҡайҙарым...Бына нисек булғайны ул:
...Өҫтәлендәге манитор аша видеояҙманы бер тапҡыр ҡарағандан һуң, ул күҙ йәштәре аҡҡан йөҙөн күрһәтмәҫкә тырышып:
- Быны тағы ла бер тапҡыр тыңлап буламы? - тип һораны. Мин видеоны ҡабатлауға ҡуйҙым да, ҡарарға ҡамасауламайым тип, уның өҫтәленән ситкәрәк барып баҫтым.
... Ул, уң ҡулы менән битен ҡаплабыраҡ, Фәнил Бүләковтың "Ил Ағаһы" исемле шиғырын тыңлай... Ваҡыты - ваҡыты менән, уның яҙмыш баҫҡан яурындары ҡалҡып - ҡалҡып ала, мышнап та, ауыр тын да алып ебәрә...
...Мәңге онотолмаҫ, тетрәндергес күренеш булды ул минең өсөн!.. Тын да алмай уны күҙәтәм - ул бирелеп китеп, хисләнеп тыңлай:
..."Ил ағаһын рәнйеттек беҙ,
Шул хаҡта ине һүҙем.
Хурлыҡтан бит күптәребеҙ
Йәшерҙе күргән күҙен.
Беҙҙең барлыҡ үткәндәрҙе
Тарих битенә яҙа
Нисек нахаҡты кисерҙең,
Ил ағаһы Мортаза?"
...Субырлап аҡҡан күҙ йәштәре, ҡаршылыҡһыҙ, уның танауы буйлап ағып, имән өҫтәлгә суп-суп итеп тамалар...
... Тынлыҡ... Күпмелер ваҡыт үткәс, ул миңә боролмай ғына:
- Һин бындамы әле ул, ҡыҙыҡай? Бар, ҡайт. Рәхмәт. Аҙаҡ тулы яҙмаһын килтерерһең, йәме, - тине.
"Йөрәк һүҙе"шиғриәт бәйгеһе видеояҙмаларының барыһын да мин уға килтереп торҙом, ул уларҙы ҡараған, тыңлаған... Халҡыбыҙҙың йөрәгенән сыҡҡан һүҙҙәр уға ауаздаш булғандыр, күрәһең...