Әсәйем "Юлдаш" каналын тыңлай. Зыя Нуриев тураһында тапшырыу бара икән. "Эй, заманында халыҡ теленән төшмәне инде, халыҡ ихтирам итте", - тип һөйләп алып китте. "1960 йыл ине. Минең яңы ғына килен булып төшкән саҡ. Оло урамда йәшәй инек. Ҡаршыла ғына Сөнғәт ҡайнағалар торҙо. Ҡайнаға килеп инде: "Бына беҙгә яңы ғына Зыя Нуриев инеп сыҡты. Ысын. "Колхозсыларҙың хәлен белешеп йөрөйөм. Ниндәй мохтажлығығыҙ бар?"-ти. Мин ни ҡапыл нимә һорарға белмәнем дә: "Бына бит, һеҙҙе ултыртырға ултырғысыбыҙ ҙа юҡ", - тинем. Ул ҡағыҙын алып, яҙып сығып китте", - тине.
Ошо ваҡиғанан һуң күп тә үтмәне, токтың урамына 2 машина ултырғыс алып килеп ауҙарҙылар. Һәр өйгә 2-шәр ултырғыс тейҙе. (колхозниктарҙың ғаиләһенә генә булдымы икән, уныһын әйтә алмайым, беҙ ҙә алдыҡ ике ултырғыс. Үҙебеҙ менән бергә ҡартайҙы инде ул ултырғыстар",-тип хәтирәләргә бирелеп китте.
Мәғлүмәтте ҡараһам, 1960 йылда Зыя Нуриев Обкомдың 1 -се секретары булып эшләгән булған. Ябай кешеләрҙең йәшәү рәүешен үҙ күҙҙәре менән күреп, хәл итеп йөрөгән.
Был ултырғыстарҙы мин иҫләйем. Һөйәнгесле, арҡаһында биҙәктәре бар ине. Шул биҙәктәрен бармаҡ менән йөрөтөп, һанап ултыра торғайныҡ.
Кәримә Аралбаева.
Буранбай ауылы.
Фото интернеттан.