Бөтә яңылыҡтар
Шәхес
22 Июнь 2023, 15:20

ГИТЛЕР ОЯҺЫН ТУҘҘЫРҒАН БАШҠОРТ ЕГЕТЕ

… Ә Ленин орденына ул бөтәһе өс тапҡыр тәғәйенләнгән була. Был хаҡтағы күп кенә документтар Үҙәк архивта һаҡлынып ҡалыуына ҡарамаҫтан, ниндәйҙер сәбәп менән наградалар лайыҡлы хужаһына барып етмәй. 70-се йылдар инде отставкала булған был ҡаһарман үҙенең ҡағыҙҙарын юллап ҡарай, әммә ыңғай һөҙөмтә булмай.

ГИТЛЕР ОЯҺЫН ТУҘҘЫРҒАН БАШҠОРТ ЕГЕТЕ
ГИТЛЕР ОЯҺЫН ТУҘҘЫРҒАН БАШҠОРТ ЕГЕТЕ

Шәхес

Гитлер ояһын туҙҙырған башҡорт егете

Данлы Совет Армияһының Германия фашистарын тар-мар итеүенә лә 78 булып китте. Илен һаҡлаусы меңәрләгән яҡташыбыҙҙың күрһәткән батырлығын бер ҡасан да оноторлоҡ түгел. Ватаныбыҙҙы азат итеүселәр араһында минең ауылдаштарым да күп кенә. Баймаҡ районы Мәмбәт ауылында тыуып үҫкән Бөйөк Ватан һуғышы яугиры гвардия полковнигы Ғүмәров Исхаҡ Иҙрис улы тураһында ишетмәгән кеше лә аҙҙыр. 1945 йылдың майында ул командалыҡ иткән 1050-се уҡсылар полкы “Гитлерҙың өйөн” баҫып алыуы хаҡында мин бала саҡтан уҡ хәбәрҙар инем. Ана шул мөһим ваҡиғаның ҡап уртыһында булған был башҡорт полководецының ҡаһарманлыҡтары хаҡында мәғлүмәттәр матбуғат сараларында--район һәм өлкә гәзит-журналдарында әленән-әле сыҡҡылап тора (бер нисә йыл элек Баймаҡ районы гәзитендә Азамат Мөхәмәтшиндың эстәлекле бер мәҡәләһен дә уҡығайным).

Баштан уҡ шуны айырып әйтәм: мәҡәләмде “Гитлерҙең ояһын туҙҙырған башҡорт егете” тип атауым күсмә түгел, ә туп-тура мәғәнәһендә! Тыуған яҡты өйрәнеүсе Рима Буранбаеваның Оборона Министрлығы Үҙәк архивынан тапҡан материалдарын һәм башҡа авторҙарҙың яҙған мәғлүмәттәрен интернет селтәренән уҡып, ошо ҡаһарман олатайыбыҙҙың тормошо, көрәше хаҡында тағы әллә күпме нәмә белдем. Ғүмәров Исхаҡ 1912 йылда Иҙрес һәм Хәмиҙә ғаиләһендә донъяға килә. Атаһы Иҙрес шахтер булып эшләй. Эштә шахта емерелеп, ул шунда һәләк була. Бала сағы граждандар һуғышы, 20-се йылдар башындағы илдәге аслыҡ йылдарына тура килә. Йәшләй атаһыҙ ҡалған, аслыҡтан бер нисә туғанын да юғалтҡан Исхаҡ ауыр эшкә күнегә бара. Ун өс йәшендә шул уҡ шахта эшенә керешкән малай башта забойщик ярҙамсыһы, унан геологоразведка коллекторы, Баймаҡ баҡыр иретеү заводының техник сәркәтибе булып эшләй. 16 йәшендә комсомол ағзаһы була. 1933 йылда, Ҡыҙыл армияға хеҙмәткә алына. Шул уҡ йылда Ҡазан ҡалаһындағы Берләштерелгән башҡорт-татар хәрби мәктәбенә уҡырға инә. Ул ваҡыттарҙа унда яҡташтарыбыҙ--Таһир Кусимов, Миңлеғәле Шайморатов кеүек буласаҡ ил батырҙары ла уҡыған була. Училищены тамамлағас, Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итә, Халхин-Голда япон самурайҙарына ҡаршы көрәшә. 1939 йылда Мәскәү ҡалаһындағы М.В.Фрунзе исемендәге хәрби Академияға уҡырға инә. 1941 йыл, Бөйөк Ватан һуғышы башланғас та, август айында академияны ашығыс тамамлағандан һуң, 29 йәшлек Исхаҡты 540-сы уҡсылар полкының штаб начальнигы итеп тәғәйенләйҙәр. Брянск фронтында һуғышҡа инә. Баштараҡ емерә баҫып килгән фашист армадаһын илебеҙ баш ҡалаһы янында туҡтатҡас, 1941 йыл аҙағында үҙенең полкы менән Мәскәүҙе обороналауҙа ҡатнаша.

1942 йылда, инде майор званиеһында булған Исхак Гүмәровтың полкын Сталинградҡа күсерәләр. Мамаев ҡурған тирәһендә һуғышҡан билдәле генерал Александар Родимцевтың дивизияһы составында был ҡала өсөн дә полк аяуһыҙ көрәшә. Шул бәрелештә ауыр яраланып, контузия алған Ғүмәров Исхаҡ госпиталгә эләгә. Дауаланып сыҡҡандан һуң, 120-се гвардия полкының командиры итеп тәғәйенләнә һәм Сталинградты фашистарҙан тулыһынса азат итеүҙә ҡатнаша. 1943 йылдың майында, 31 йәшендә генә подполковник дәрәжәһенә еткән һәләтле командирҙы Көньяҡ-Көнбайыш фронтына ебәрәләр. Украинаның Харьков һәм башҡа бик күп ҡалаларын азат иткәндә лә полк һәр саҡ алғы һыҙыҡта була.

Советтар Союзы ерен немецтарҙан таҙартып бөтөү менән, әлбиттә, һуғыш тамамланмай. Бөтә Европаны фашизмдан азат итеү бурысы алда тороуын һәр һуғышсы яҡшы аңлай. Үҙ өңөнә сигенгән һайын, көндән-көн нығыраҡ ҡаршылыҡтар күрһәтеп, йыртҡыслана барған немец частарын бер-бер артлы тар-мар итә-итә полк Польша еренә сыға. Варшава һәм тағы әллә күпме ҡалаларҙы азат иткәндән һуң, Ғүмәров полкы Нетце йылғаһын аша сығып, ҡулайлы позицияға нығынып ала һәм ошо мөһим ваҡиға генерал Иван Рослыйҙың 9-сы уҡсылар корпусына артабан Берлинға ҡарай юл асылыуға булышлыҡ итә. Шул уңышы өсөн полк II дәрәжә Суворов ордены менән бүләкләнә.

1945 йылдың 22 апрелендә Ғүмәров полкы Шпрее йылғаһын кисеп сыҡҡас, Командарм генерал Берзарин инде 1050-се уҡсылар полкы менән етәкселек иткән башҡорт егетенең хеҙмәтен юғары баһалай, уға “благодарность” иғлан итә. Данлыҡлы Берлин операцияһы башлана. Фашистарҙың ғәйәт көслө итеп нығытылған оборона ҡорамалары аша сығып, һәр бер урам, йорт өсөн көрәшеп, полк көндән-көн фашистарҙың өңөнә--Рейхстагка яҡынлаша бара. 26 апрель Ғүмәров полкы “Борке” тип исемләнгән СС штабын тар-мар итеп, фашист байрағын ҡулға төшөрә, ә 29 апрель көнө гестапо кварталын штурмлай. Артабан Герингтың авиация штабы урынлашҡан кварталға сыға һәм иртәгеһенә был министерство штабы ла яулап алына. Полктың ҡыйыу уландары--лейтенант Алимов һәм рядовой Иванов шул бинаның ҡыйығына ҡыҙыл флаг ҡаҙап та ҡуя.

1 май көнө немецтар беҙҙең командованиеға парламентерҙар ебәрә. Капитуляция шарттары хаҡында дошман башлыҡтары менән артабанғы һөйләшеүҙәрҙе тоташтырыусы звено булып, тап Ғүмәровтың команда пункты тора, тип яҙа ошо хәлдәр хаҡында бәйән итеүсе Владимир Романов. 1050-се полк иң һуңғы атакаға-- рейхсканцелярияны штурмларға әҙерләнә башлай. Шул мәлдәге “Красная звезда” гәзите ошолай тип яҙа: “…Берлин урамдарындағы алышта Советтар Союзындағы барлыҡ милләт вәкилдәре ҡатнаша. Генерал-майор Каспаряндың, полковник Кондратенко һәм подполковниктар Терехин, Ғүмәров, Радаевтарҙың һуғышсылары айырыуса ҙур батырлыҡ күрһәтә…” Ә “Советский боец” гәзите: “…Ғүмәровтың һуғышсылары Фоссштрассе аша үтеп, империя канцеллярияһына килеп етте…”,--тип хәбәр итә.

18 сәғәт 30 минутта Ғүмәровтың һуғышсылары һуңғы атакаға күтәрелә. Һәр бер рота һәм взвод менән йәнәшә разведка һәм СМЕРШ хеҙмәткәрҙәре лә бара. Фашист рейхының башлыҡтарын тере йә үле көйө алыу бурысы ҡуйылған был кешеләр араһында Стәрлебаш районынан булған разведчик-капитан Ғәйнуллин Насырйән дә була (һуғыштан һуң Өфө ҡалаһында Финанс министрлығында эшләй).

Танктар һәм башҡа орудиелар канцелярияның баҡсаһына үтеп инә алмағанлыҡтан, фашист ҡалдыҡтары менән башлыса уҡсылар полкы алыша. Иҫерек эсесовцылар контратакаға ташланғас, ҡул һуғышы башлана. Ҡоторонған СС һалдаттарын юҡ итеп, полк һуғышсылары Рейхсканцелярия диуарҙарына килеп теркәлә, уның стеналарын емереп, ғәйәт ҙур шул бинаның эсенә лә инә башлайҙар. Ут сәсеп торған “дот”тың пулеметын шартлатып, полктың иң алда барған взводы (командиры–лейтенант Песков) ер аҫтында урынлашҡан Гитлерҙың бункерына бәреп инә. Фашист ояһын пыран-заран килтереп, 2 май сәғәт иртәнге 4-тә подполковник Ғүмәров Исхак телефондан Гитлерҙың Рейхсканцелярияһы алыныуы хаҡында юғары командованиеға доклад яһай. Геббельстың мәйете табылыуы, ә Гитлерҙыҡы әлегә табылмауы хаҡында ла әйтә. Ошонда уҡ “Адольф Гитлер” исемен йөрөткән дивизияның штандарты (байрағы) ҡулға төшә (Еңеү парадында ҡатнашыусылар уны Ленин мавзолейы алдына иң тәүҙә ташлайҙар). Берлин операцияһы өсөн 1050-се полк Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә һәм ул “Бранденбургский полк” тип атала башлай.

Рейхсканцелярияның ҡыйығында бөркөт һынлы ҙур фашист гербы торған була (күп кенә документаль фильмдарҙа ла күрһәтәләр). Уның бәреп төшөрөлөүе хаҡында шул ваҡыттағы “Правда” гәзите: “…Подполковник Гумеров приказал сбросить фашистский герб со здания рейхсканцелярии…”,--тип яҙа.

3 май таңға ҡарай полк расположениеһына Хәрби совет ағзалары менән Берлин ҡалаһының коменданты итеп тәғәйенләнгән командарм Берзарин, тағы бер нисә сәғәттән Советтар Союзы маршалы Жуков та килә. Ул башта баҡсаны байҡап, унан Гитлерҙың бункерын ҡарап сыға. Ғүмәровты һәм уның һуғышсыларын еңеү менән ҡотлай…

Ҡурҡыу белмәҫ был офицерҙың тура һүҙле, һәр төрлө авторитеттарға ярамһаҡланып бармаусанлығы һымаҡ яҡшы сифаттары хаҡында Рима Буранбаева матур итеп яҙған. Һуғыш башында уҡ инде хәрби тәжрибәле булған был командирҙың һәр саҡ төптән уйлап эш итеүе тыныс холҡо, ауыр минуттарҙа юғалып ҡалмаусанлығы, ҡул аҫтындағы һалдаттарын ҡурсалап, уларҙы урынһыҙ “утҡа тығырға тырышмауы” хаҡындағы мәғлүмәттәр ҙә ҡыҙыҡ. Халҡыбыҙҙа йөрөгән “Тура әйткән--туғанына ярамаған” тигән әйтем һәр ерҙә лә урынлылыр. Ғүмәровтың ошо яғы ҡайһы бер иң юғары наградаларҙың уны “ситләтеп үтеүенә” лә сәбәпсе булғандыр, тигән фекерҙе ҡуя автор. Үҙенең автобиографияһында Исхаҡ Ғүмәров 1952 йылда ошолай тип яҙа: “…Берлин операцияһында ҡатнашҡаным өсөн 301-се дивизия һәм 9-сы уҡсылар полкы корпусының командирҙары мине Ленин орденына тәғәйенләгән ине… Унан бер аҙ алдараҡ, генерал-полковник Берзарин полковник званиеһы бирергә представление яҙыуы хаҡында иғлан итте…” Һуғыш тамамланғас та, Исхаҡҡа уның Советтар Союзы Геройы исеменә тәҡдим ителеүе тураһында шул уҡ Берзарин һөйөнсөләй. Әммә, бер нисә көндән, генерал аварияға осрап, һәләк була һәм әлеге мөһим документтар ҙа юғала… Ә Ленин орденына ул бөтәһе өс тапҡыр тәғәйенләнгән була. Был хаҡтағы күп кенә документтар Үҙәк архивта һаҡлынып ҡалыуына ҡарамаҫтан, ниндәйҙер сәбәп менән наградалар лайыҡлы хужаһына барып етмәй. 70-се йылдар инде отставкала булған был ҡаһарман үҙенең ҡағыҙҙарын юллап ҡарай, әммә ыңғай һөҙөмтә булмай. Уның ике “Ҡыҙыл йондоҙ”, “Ҡыҙыл байраҡ”, ике “Ватан Һуғышы” ордены, Сталинград, Мәскәүҙе обороналаған, Варшава ҡалаларын азат иткән, Берлинды алған өсөн, хатта Польша хөкүмәте бүләкләгән “Крест храбрых” тип аталған һәм башҡа миҙалдары ла бихисап. Әммә алдараҡ әйтелгән юғары наградалары ла теүәл булһа, бигерәк тә яҡшы булыр ине. Миңлеғәле Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исемен биргән һымаҡ, бәлки был батырыбыҙ өсөн дә ғәҙеллекте аяҡҡа баҫтырырҙар тигән өмөт тә юҡ түгел…

Исхаҡ Ғүмәров Берлин һәм Баймаҡ ҡалаларының Почетлы гражданы, 1993 йылда 82-се йәшендә вафат була. Өфөлә ерләнгән. Баймаҡтың бер урамы, шулай уҡ, тыуған ауылыбыҙ Мәмбәт башланғыс мәктәбе лә уның исемен йөрөтә. Уның хаҡта “Башҡортостан” энциклопедияһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт бар.

Һүҙ аҙағында. Мәмбәт тигәндән, мин ул олатайҙы үҙ күҙҙәрем менән күргәнем дә бар. 5-се класта уҡығанымда (әсәйем яғынан туғанлығы ла булған Исхаҡ олатай) тыуған яҡҡа ҡунаҡҡа ҡайтҡайны. Түштәре орден-миҙалдар менән тулы, “алтын ялатылған” погонлы хәрби кейеменә ҡарап күҙҙәрем ҡыҙғаны иҫемдә. Әсәйем уға “Исхаҡ ағай”, ә атайым “ҡайнаға” тип өндәшә ине. Ауыл клубында яугир менән осрашыу ойошторҙолар. Клубта йыйылған халыҡҡа Берлин операцияһы хаҡында һөйләгәне, айырыуса Геббельс һәм уның ҡатынының мәйетенең һарғайып бөткән фотоһүрәттәрен беҙгә күрһәткәне ныҡ хәтеремдә ҡалған. “…Гитлерҙың үҙе табылманы”,--тине ул… Өлкән ағайым Ғайсаның һәм минең дә хәрби һөнәрҙе һайлауыбыҙҙың сәбәпсеһе ошо олатай булғандыр тип уйлайым.

Ҡәҙерле милләттәштәремә илебеҙгә именлек һорап, фашизмдың ҡабаттан бер ҡасан да баш күтәрмәүен насип итеүен үтенеп, Алллаһ Тәғәләгә һәр саҡ доға ҡылып торайыҡ һәм батырҙарыбыҙҙы онотмайыҡ, тимәксе инем.

Хәлил Һөйөндөков, отставкалағы подполковник.

 

 

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: