Шакирйән Юныс улы Мөхәмәтйәнов 1923 йылдың (башҡа сығанаҡтар буйынса 1924 йылдың) 5 февралендә Башҡорт АССР-ы Тамъян-Ҡатай кантоны Ҡунаҡбай ауылында (хәҙерге ваҡытта Башҡортостандың Учалы районына ҡарай) тыуған. Рәсми сығанаҡтарҙа Екатеринослав (Днепропетровск) ҡалаһында тыуған тип иҫәпләнә. Милләте башҡорт.
Бәләкәйҙән үк әсәйһеҙ ҡала. Ульяновск өлкәһе Иваново балалар йортонда, 1940-42 йылдарҙа Өфөләге НКВД ҡарамағында булған хеҙмәт колонияһында тәрбиәләнә. Балалар йортонда Александр Матросов тигән яңы исем һәм фамилия ала. 1942 йылдың сентябрендә Ҡыҙыл Армияға саҡырыла һәм Ырымбур янындағы Краснохолмск хәрби-пехота училищеһына уҡырға алына. 1943 йылдың ғинуарында Калинин фронтына 91-се айырым уҡсылар бригадаһына хеҙмәткә ебәрелә.
1943 йылдың 27 февралендә Псков өлкәһе Чернушки ауылы өсөн ҡаты һуғышта кәүҙәһе менән дошман амбразураһын ҡаплай һәм үҙенең батальонының уңышлы һөжүмен тәьмин итә. Был батырлығы өсөн ҡыҙылармеец Матросовҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.[2][3][4]
Батырҙы башта Чернушки ауылы янында ерләйҙәр, һуңынан Великие Луки ҡалаһына күсерәләр. 1943 йылдың 8 сентябрендә герой хеҙмәт иткән 254-се гвардия уҡсылар полкына Александр Матросов исеме бирелә.