Бөгөн бәғзеләр зарланырға ярата: ул юҡ, был юҡ... Ҡайһы берәүҙәр үҙ донъяһы менән генә йәшәй: миңә теймәһәләр—мин уларға теймәйем, ашарыма бармы—бар...
Ә бына Рушан кеүектәр кәрәк икән таба, эшләй, булдыра.
Ошондай егеттәребеҙ хаҡында йышыраҡ яҙырға, һөйләргә һәм үрнәк итеп ҡуйырға кәрәк.
Рушан Зәйдуллин—Йылайыр районы Юлдыбай ауылы егете. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, ул ауылдаштары араһында ихтирам яулаған. Нәҡ уның тырышлығы менән Юлдыбайҙа футбол майҙансығы барлыҡҡа килгән.
—Бала саҡта тиҫтерҙәр менән гел футбол уйнай инек. Хәҙер төрлөбөҙ төрлө яҡта, ә бына ауылға ҡайтҡанда осрашып, күрешер өсөн урын да, сәбәп тә юҡ кеүек. Ә беҙҙе ҡасандыр спорт берләштерә ине. 2019 йылда ауылда футбол майҙансығы эшләр кәрәк тигән уй башыма килде. Унан алда, Себерҙән ялға ҡайтҡанда, Сибайға барып дуҫ егеттәр менән туп тибә инек. «Ниңә һәр саҡ ҡырға йөрөргә һуң? Үҙебеҙҙә лә эшләп була бит»,—тигән уй тынғылыҡ бирмәне. Ауылдағы дуҫ егеттәр менән кәңәшләштем, улар идеяны хупланы. Шулай итеп, 2021 йылдың көҙөндә буш урынға тупраҡ ташып, тигеҙләп, бағаналар ултыртып эш башланыҡ. Унан яҙғыһын да-
уам итеп, осона сығып ҡуйҙыҡ. Һәр кем ҡулынан килгәнсе ярҙам итте. Кемдер техника менән, кемдер ҡул көсө менән. Бергәләшеп аҡса йыйҙыҡ. Үҙемдән генә 140 мең һум китте,—ти Рушан Радик улы.
Футбол майҙаны инициаторы ауыл биләмәһе башлығы Илнур Ҡорбанғәлиевҡа, ауыл егеттәре Нәзир Нәзиров, Хәлил Ҡоҙашев, Ғәҙел Шәрипов, Фәнүр Хаббин, Вил Заһитов, Илгиз Кәримов, Илшат Яманғолов, Азат Төлкөбаев, Айнур Вәлиев, Азат Байназаров, Ришат Аҡҡужин, Илгиз Мәхмүтов, Зөбәйер Мусин, Юнир Әхмәтов, Урал Яманғолов, Илнар Алсынов, Рәфил Иҫәкәевтәргә оло рәхмәтле. Нәҡ уларҙың ярҙамы менән майҙан тәртипкә килтерелә, төҙөлөш кәрәк-яраҡтары алына, газон үләне сәселә. Егеттәрҙең сослоғо менән барыһы ла ваҡытында эшләнеп, 2022 йылдың йәйендә үткән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» сараһына майҙан әҙер була ла инде.
—Футбол майҙаны егеттәрҙең яратҡан урынына әүерелде. Ер ҡарҙан әрселеү менән бында уйындар башлана. Күрше ауылдар менән ярыштар ҙа үткәргәнебеҙ бар,—ти Рушан.
Сәләмәт йәшәү рәүешен пропа-гандалаған, спортты һәм үҙҙәренең тыу-ған ерен яратҡан егеттәргә һоҡланмау мөмкин түгел. Афарин, егеттәр!