Бөтә яңылыҡтар
Шәхес
25 Август 2022, 12:31

Артистың туғандарының һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ

Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Фидан Ғафаровтың хәләл ефете Фәриҙә Хәбибулла ҡыҙы Ғафарова донъя ҡуйған.

Быйыл Ғафаровтар ғаилә ҡороуҙарына 55 йыл тулыуҙы билдәләгәйне. Улар сәнғәт *училищеһының дөйөм ятағында танышҡан. Буласаҡ артист киске аш бешереү өсөн таба эҙләп, студент ҡыҙҙар йәшәгән ҡатҡа төшкән. Шунда Фәриҙәне осратып, уға тәү ҡараштан ғашиҡ булған.

Йәштәр дүрт йыл дуҫлашып йөрөгән. Икеһе лә Башҡорт драма театрына эшкә йүнәлтмә алғас, ул һөйгәненә кейәүгә сығырға тәҡдим яһаған.

Артистың туғандарының һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ!

Автор:гульдар кадаева