АТАЙСАЛ
-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Шәхес
5 Август 2022, 08:40

«Башҡорт иле» клибы кемгә бағышланған?

Мәскәүҙең «Аҡ тирмә» башҡорт фольклор ансамбле «Башҡорт иле» клибын халыҡ хөкөмөнә сығарҙы. Уның көйөн беҙҙең Сибай ҡалаһы ағинәйе, сәсәниә Асия Ғәйнуллина ҡобайырына быйыл йәшләй мәрхүм булған билдәле композитор Илшат Яхин яҙған. Клип тап уның иҫтәлегенә арнала.

«Башҡорт иле» клибы кемгә бағышланған?
«Башҡорт иле» клибы кемгә бағышланған?

«Был йыр беҙҙең өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Ул Башҡортостандағы ижади эште тамамлар алдынан беҙҙең ҡулға осраҡлы ғына килеп эләкте. Илшат Яхин вафатынан бер нисә көн алда ғына йырҙың аранжировкаһын, республикабыҙҙы данлауҙа уңыштар теләп, беҙҙең коллективҡа бүләк итте. Беҙ Бөрйән районына, «Башҡорт иле» турбазаһына саҡырылдыҡ. Был клип коллективтың шәхси аҡсаһына төшөрөлдө. Башҡортостанға бәйле һуңғы ижад эшебеҙ. Артабан беҙ башҡа стилдә, заманса эшләй башларға ниәтләйбеҙ», — тип һөйләгән коллектив етәксеһе Гөлсинә Батыршина «Башинформ» агентлығына.

Клип Өфөнөң, Бөрйән һәм Әбйәлил райондарының иҫтәлекле урындарында төшөрөлгән.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: