АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Шәхес
2 Август 2022, 21:30

Хәйбулла районының иң оло десантсыһы Иҙрис Түләшевҡа 97 йәш!

Һауа-десант ғәскәрҙәренең 92 йыллығы уңайынан Хәйбулла десантсылары Аҡъяр ауылында йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Иҙрис Түләшевтың йорто алдында шәхсән парад ойошторған. Афарин! Ысын ир-егеттәсә хәрби теләктәшлеккә ҡарт десантсы ифрат шат

Хәйбулла районының иң оло десантсыһы Иҙрис Түләшевҡа 97 йәш!
Хәйбулла районының иң оло десантсыһы Иҙрис Түләшевҡа 97 йәш!

Иҙрис Әбделкәрим улы Түләшев 1925 йылдың 18 июлендә Хәйбулла районының (хәҙер Йылайыр районы) Һабыр ауылында тыуған. Иҙристең атаһына Иләс ауылындағы Шәрифулла Ҡунаҡасов тигән туғаны: “Һеҙҙең балаларығыҙ күмәк, минең берәү ҙә юҡ”, – тип биш йәшлек малайҙы үҙенә тәрбиәгә биреүен һорай. Түләшевтәр риза булғас, ул Иҙристе алып ҡайта һәм үҙ балаһы кеүек ҡарап үҫтерә.

1943 йылдың 19 ғинуарында Иҙрис Түләшев Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыу ҡағыҙы ала. Чкалов (хәҙер Ырымбур) өлкәһенең Тоцк станцияһы янындағы лагерҙа һәм Чкалов хәрби пулемет училищеһында хәрби һөнәргә өйрәнгәс, 19 июлдә Һауа-десант ғәскәрҙәре сафына алына һәм Мәскәү өлкәһенең Ступин ҡалаһында 17-се гвардия бригадаһында хеҙмәт итә.

1944 йылдың июлендә 2-се Белоруссия фронты составында яу яланында беренсе тапҡыр дошман менән осраша. Улар бер ыңғайҙан бандеровсыларға ҡаршы ла көрәш алып бара. Белоруссияны азат иткәс, 1945 йылдың 4 ғинуарынан 3-сө Украина фронты составында Венгрия, Чехословакия илдәрен немец-фашист баҫҡынсы­ларынан азат итеүҙә ҡатнаша. Һуғышта ике тапҡыр яралана. Австрияның баш ҡалаһы Венаны алғас, уларҙың часын Чехослова­кияның баш ҡалаһы Прагаға ярҙамға ебәрәләр. Артабан Знойма, Йиглава, Табор ҡалаларын азат итәләр. 

– 8 май көнө Тын ҡалаһы янында фашист Германияһының еңелеүе тураһында шатлыҡлы хәбәр ишеттек. Һуғыш  бөтөүгә  ҡарамаҫтан,  июль айына тиклем ҡаршылыҡ күрһәтеүен дауам иткән дошман ҡалдыҡтарын тар-мар иттек, – тип иҫкә ала Иҙрис олатай.

Яугирҙе 1945 йылдың декабрендә Тула ҡалаһындағы 106-сы Һауа-десант дивизияһына күсерәләр һәм ул унда тағы ла дүрт йыл хеҙмәт итә. Тыуған яғына 1949 йылдың апрелендә генә ҡайтырға  насип була.

Иҙрис Түләшев ҡайтыу менән эшкә тотона. Тәүҙә Иләс ауыл клубы мөдире, 1951 йылдың мартынан КПСС-тың Хәйбулла райкомында ауыл хужалығы бүлеге инструкторы вазифаһын башҡара. 1956 йылдың авгусынан район гәзите редакцияһына эшкә килә һәм унда 30 йыл эшләп, хаҡлы ялға сыға.

Һуғыш елдәре Иҙрис Түләшевте ниндәй генә илдәргә ташламаһын, уҙаман үҙенең кешелеклеге, ихласлығы, ярҙамсыллығы арҡаһында бөтәһе менән дә уртаҡ тел тапҡан, ә дошман менән күҙгә-күҙ килгәндә аяуһыҙ алышҡан. Уның фронтта күрһәткән батырлыҡтарын юғары баһалайҙар. I дәрәжә Ватан һуғышы ордены, “Хәрби хеҙмәттәре өсөн”, “Германияны еңгән өсөн”, “Венаны алған өсөн”, тыныс хеҙмәттә ике тапҡыр “Хеҙмәт батырлығы өсөн”, күп һанлы юбилей миҙалдары, иҫтәлекле билдәләр һәм почет грамоталары менән бүләкләнгән. 1981 йылдың ноябрендә уға “БАССР-ҙың атҡаҙанған сиҙәмсеһе” исеме бирелгән.

Хәләл ефете Гөльямал Ғәлиәхмәт ҡыҙы менән 73 йыл бергә ғүмер итеүҙәре лә үҙе бер мөғжизә. Улар бер ул, ике ҡыҙ үҫтергәндәр. Бөгөн улар балалары һәм ейәнсәре хәстәрендә бәхетле ҡартлыҡ кисерә. Бүләләре Дауыт – Түләшевтәрҙең тормош йәме.

Автор:Гульдар Кадаева