АТАЙСАЛ
-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Шәхес
26 Март 2022, 13:00

ЙЫРЛЫ_МОҢЛО ОСРАШЫУ

Йылайыр районы Сәләх ауылында билдәле шағир, журналист Мотал Рәмов менән осрашыу уҙҙы.

ЙЫРЛЫ_МОҢЛО ОСРАШЫУ
ЙЫРЛЫ_МОҢЛО ОСРАШЫУ

Йылайыр районы Сәләх ауылында билдәле шағир, журналист Мотал Рәмов менән осрашыу уҙҙы. Ни өсөн Сәләхтәме? Сөнки Мотал Зәкерйән улы нәҡ ошо ауылда тыуып үҫкән.

Сараға Мотал Зәкирйән улының туғандары, яҡындары, уҡытыусылары, ижадташ дуҫтары Дамир, Гөлсимә Солтановтар, билдәле йырсы Альберт Салауатов саҡырылды. Сәләх һәүәҫкәрҙәре тарафынан күркәм тамаша әҙерләнде.

Шаршау артында донъяға ауаз һалған бала тауышы яңғырай... Сәхнәлә ҡулына бәпес тотҡан кендек инәһе, әсә һәм ата һүрәтләнә. Йүргәк исемен Тимерйән тип нарыҡлап кендек әбейе йәш атайға бала тапшыра. Уның тимер кеүек ныҡ, ыласын кеүек ҡыйғыр, ҡоралай кеүек йылғыр, өлөшлө бала булып үҫеп етеүен теләйҙәр.

Артабан Мотал Рәмовтың малай сағы йүгереп сыға. Барыһын да клубҡа репетицияға саҡыра. Халыҡ йыйыла. Шиғырҙар, йырҙар яңғырай. Торараҡ көслө алҡыштар аҫтында бөгөнгө Мотал Зәкирйән улы сәхнә түренә саҡырыла.

Ауыл малайҙары Мотал ағайҙың үҫмер сағынан ҡыҙыҡлы ваҡиғаларҙы ла килештереп уйнаны.

Сәләхтәр хөрмәтле ауылдаштарының йырҙарын да йырланы, таҡмаҡтарын әйтеп бейене лә. Кисә Мотал Рәмовтың яҡындары, туғандары, дуҫтары, уҡытыусыларының тәбрик һүҙҙәре, матур теләктәре, күстәнәстәре менән үрелеп барҙы. Дамир һәм Гөлсимә Солтановтарҙың, Альберт Салауатовтың, Дәүләт һәм Әминә Рәмовтарҙың, Ғилмиә Яҡупованың сығыштары байрамға бөтмәҫ йәм һәм сағыу нур өҫтәне.

Кисә һуңында ҡунаҡсыл сәләхтәр барыһын да мул өҫтәл янына әйҙүкләне. Табын артында ла матур боронғо йырҙар, изге теләктәр ағылды ла ағылды.


Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: