Ҡыштың һуңғы көнөндә матбуғат ветераны, шағирә, яҙыусы Гөлшат ӘХМӘТҠУЖИНА 70 йәшен билдәләй.
Гөлшат Фәйзелғаян ҡыҙы Әбйәлил районы Юлдаш ауылында тыуған. 1975 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай. Сибайҙа йәшәгән осорҙа “Атайсал” гәзитендә бер нисә йыл мөхәррир вазифаһын башҡарҙы. Һәләтле журналист, публицист “Башҡортостан” гәзитендә бүлек мөхәррире булды.
Әҙәбиәткә 80-се йылдарҙа килә. Хисле шиғырҙары, көслө проза әҫәрҙәре, тәрән фекерле драма әҫәрҙәре менән танылыу яулай.
«Юғалған хазина» (1987) китабы балаларға арнала. Унда автор үҫмерҙәрҙең бай һәм ҡыҙыҡлы донъяһын, бала саҡтағы дуҫлыҡ хистәрен, ҡыҙыҡһыныуҙарын үҙенсәлекле образдар аша асып бирә.
Гөлшат Әхмәтҡужина — утыҙҙан ашыу пьеса авторы. 2009 йылда «Әсе балан тәме» исемлеһе Башҡортостанда үткәрелгән драма әҫәрҙәре конкурсында икенсе урын яулай. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры һәм Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры уның пьесалары буйынса бик күп спектакль ҡуя.
Гөлшат Фәйзелғаян ҡыҙын юбилейы айҡанлы ҡайнар ҡотлайбыҙ! Именлек, ижади ҡомар, уңыштар теләйбеҙ!