Бөтә яңылыҡтар
Шәхес
13 Июль 2020, 17:55

Сибай колледжы исемле булды!

Урал аръяғы райондарының һәләтле ҡыҙ һәм егеттәрен йыр-моң, сәнғәт донъяһына алып сығыуға ҙур өлөш индергән, Сибай ҡалаһында сәнғәт колледжы асыуҙа ғәйәт ҙур эштәр башҡарған, уның инициаторы һәм тәүге директоры булған Камил Вәливтың исеме уҡыу йортона бирелде

Урал аръяғы райондарының һәләтле ҡыҙ һәм егеттәрен йыр-моң, сәнғәт донъяһына алып сығыуға ҙур өлөш индергән, Сибай ҡалаһында сәнғәт колледжы асыуҙа ғәйәт ҙур эштәр башҡарған, уның инициаторы һәм тәүге директоры булған Камил Вәливтың исеме уҡыу йортона бирелде. Быйыл танылған йырсы, Салауат Юлаев премияһы лауреаты, Башҡортостандың халыҡ артисының тыуыуына майҙа 90 йәш тулды.
Камил Вәлиев Чайковский исемендәге Мәскәү консерваторияһында уҡый, аҙаҡ Гнесиндар исемендәге Мәскәү дәүләт музыка-педагогика институтына күсә. Уны тамамлап, Өфө дәүләт филармонияһына эшкә ҡайта, республиканың бар район һәм ҡалаларын концерттар менән әйләнеп сыға. СССР-ҙың күп төбәктәрен гастролдәр менән урап сыҡҡан көмөш тауышлы, уникаль йырсы ла ул. 1969-1973 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһы директоры була, шул уҡ ваҡытта Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының солисы булып эшләй. 1993-1997 һәм 2007-2009 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһында уҡытыусы була. 67 йәшендә Камил Абдрахман улы Өфөләге тыныс тормошон ҡалдырып, Урал аръяғындағы һәләтле балаларҙы музыка донъяһына йәлеп итәм тип, Сибай сәнғәт училищеһын асырға Сибайға килә. Шуныһы ҡыуаныслы: ҡасандыр ул асҡан уҡыу йорто әле лә балаларға сәнғәт донъяһына юл аса, әллә күпме һәләтле йырсылар, ҡурайсылар, рәссамдәр, бейеүселәр үҫтереп сығарған.