Легендар "ҡара генерал", партизандар хәрәкәте командиры, 86 орден һәм миҙал эйәһе Даян Мурзиндың исеме Кушнаренко ауылында урынлашҡан күп профилле профессиональ колледжға бирелде.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Даян Баян улы Баҡалы районында тыуған. Һуғышҡа тиклем Кушнаренко педагогия училищеһын тамамлай. Иҫке Балыҡлы ауылында уҡытыусы булып эшләй. Таҡтағол тулы булмаған урта мәктәп директоры була.
1941 йылдың майында Рига хәрби училищеһын тамамлай, Балтика буйы хәрби округының 10-сы уҡсылар дивизияһының взыод командиры ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә. 1941 йылдың 22 июненән фронтта. 10-сы уҡсылар дивизияһы составында взвод командиры; С. А. Ковпак партизандар берләшмәһенә ингән «Тыуған ил өсөн» Ямполь партизандар отрядының разведка взводы командиры һәм разведка ротаһы командиры була.
1942 йылдың авгусынан 1943 йылдың авгусына тиклем Төркөстан легионының 1-се штаб ротаһында агент булып йөрөй. 1943 йылда Донбасстың Сталино ҡалаһында подполье эшендә. Уның эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә Төркөстан легионы һәм «Иҙел-Урал» легионының бер нисә подразделениеһы Ҡыҙыл Армия яғына сыға.
1943 йылдың декабрендә разведчиктар төркөмө менән Молдавияла В. М. Молотов исемендәге партизандар отряды төҙөй; 1944 йылдың апреленә тиклем Украинаның Винница һәм Одесса өлкәләре территорияһында, Молдавияла һуғыша. 1944 йылда Украина партизан хәрәкәтенең Махсус разведка мәктәбендә уҡый. 1944 йылдың авгусында бер төркөм словак-чех разведчиктары составында Словакияға, партизан хәрәкәтен ойоштороу өсөн ташлана. Бында партизан отряды штабы начальнигы, һуңынан Ян Жижка исемендәге интернациональ партизан бригадаһы командиры (ҡушаматы — «Ҡара генерал») була. Моравия һәм Чехия территорияһында 1945 йылдың 9 майына тиклем һуғыша.
Тормош иптәше менән партизандар отрядына таныша. Ул радистка була, ғүмер ахырынаса бергә йәшәйҙәр. Һуғыштан һуң БАССР-ҙың Баҡалы районы халыҡ мәғарифы бүлегендә эшләй. Ҡаҙан юридик мәктәбен һәм Бөтә Союз юридик ситтән тороп уҡыу институтын тамамлағандан һуң, Әбйәлил районы прокуроры ярҙамсыһы, Стәрлетамаҡ ҡалаһы прокуроры ярҙамсыһы була. 1955—1960 йылдарҙа — Башҡорт АССР-ы прокуратураһының өлкән тәфтишсеһе, иректән мәхрүм итеү урындарында законлылыҡты күҙәтеү буйынса бүлек начальнигы. 1961—1962 йылдарҙа — эске эштәр министрының кадрҙар буйынса урынбаҫары. Был 1962—1969 йылдарҙа — ҡабат БАССР прокуратураһының иректән мәхрүм итеү урындарында законлылыҡты күҙәтеү буйынса бүлек начальнигы. 1969—1986 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының адвокаттар коллегияһы рәйесе, 1987-1990 йылдарҙа — Интернациональ дуҫлыҡ музейы директоры. 1989 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Һуғыш, хеҙмәт ҡораллы көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары советы президиумы ағзаһы.
СССР Геройының һәм Рәсәй Геройының Алтын Йондоҙо ғына юҡ. Уның парад кителе 60 килограмм тирәһе тарта. Ул Ҡыҙыл Байраҡ, Ҡыҙыл Йондоҙ, 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры, СССР-ҙың һәм Рәсәйҙең миҙалдарының иҫәбенә сығырлыҡ түгел. Әммә шулай ҙа Даян Баян улының ил наградаларына ҡарағанда, сит ил наградалары күберәк.