АТАЙСАЛ
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Шәхес
16 Июнь 2020, 12:56

Улар менән ғорурланам!

Оло олатайым һәм оло өләсәйем - минең еңеүселәрем. Береһе - фронтта, икенсеһе тылда Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индергән.

Минең оло олатайым, Абдуллин Ғаязетдин Мирза улы, 1915 йылдың 16 сентябрендә Баймаҡ районы Муллаҡай ауылында тыуған. Ғаиләлә 7 бала булалар, ул алтынсы булып донъяға килә. Муллаҡайҙа биш класс белеем ала, унан Темәс мәктәбендә етенсе класты тамамлай. Һуңғараҡ Баймаҡҡа тау байыҡтырыу техникумына уҡырға инә. Практикаға ҡайтҡанында, йәшен өҫтәтеп яҙҙыртып, үҙ теләге менән 1937 йылда армияға китә. Өс йыл Украинала хеҙмәт итеп, 1939 йылдың аҙағында ҡайта. 1941 йылдың 1 ғинуарында Әмин ауылы ҡыҙы Файза Ирғәле ҡыҙына өйләнә. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, июль айында фронтҡа алына. 1946 йылдың июнь айында ғына, фашист илбаҫарҙарын тар-мар итеп, тыуған яғына әйләнеп ҡайта. Ҡайтҡас, колхозда ырҙын мөдире булып эшләй. 1947 йылда Баймаҡта мал табибы һөнәрен үҙләштерә һәм колхозда эшләй. 1962 йылда һуғышта алған яраларынан сирләй башлай. Аяуһыҙ сир Абдуллин Ғаяз Мирза улын 1982 йылдың 28 сентябрендә яҡты донъянан алып китә.
* * *
Оло өләсәйем Файза Ирғәли ҡыҙы 1923 йылдың ноябрь айында Әмин ауылында Йосоповтар ғаиләһендәге 8 бала араһындағы иң өлкәне булып донъяға килә. Уға 3 класс ҡына уҡыу эләгә. Үҫмер генә көйөнсә колхоз эшендә эшләргә тура килә. Муллаҡай ауылы егете Ғаязетдин Мирза улына кейәүгә сығып, йәштәр оҙаҡ бергә йәшәп тә өлгөрмәй, Бөйөк Ватан һуғышы башланып китә. Оло олатайым һуғышҡа китә. Тылда ҡалған оло өләсәйемә бик ауырға тура килә. Ул яҙҙан көҙгә тиклем ҡырҙа ятып утынын да ҡырҡа, бесәнен дә әҙерләй, һәр ваҡыт алдынғылар рәтендә була, уны маҡтап бер нисә тапҡыр гәзиткә лә яҙалар. Фашист илбаҫарҙарын тар - мар итеп оло олатайым 1946 йылда тыуған ауылына имен - һау ҡайтып төшә. Файза өләсәйем менән бергәләп 5 ул һәм 5 ҡыҙға ғүмер бүләк итеп уларҙы матур итеп тәрбиәләп үҫтерәләр. Оло өләсәйем абруйлы, хөрмәтле, биш намаҙын ҡалдырмаған ағинәй булды, беҙгә һәр ваҡыт үҙенең кәңәштәрен, теләктәрен еткереп ултырҙы. Ул 2014 йылдың авгусында мәрхүмә булып ҡалды. Беҙҙең күңелдәрҙә ул изгелекле, кешелекле, һәр саҡ ихлас, алсаҡ, уңған, таҙа, эскерһеҙ, гөл - сәскәләр үҫтерергә яратыусы булараҡ мәңге һаҡланып ҡалыр.
Данир Яҡшыбаев, Баймаҡ районы Муллаҡай төп дөйөм белем биреү мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы.