Бөтә яңылыҡтар
Шәхес
14 Март 2020, 17:10

Яугир-педагог хаҡында...

Әрмегә саҡырылыу шул тиклем ашығыс була, ул атаһына, туғандарына тик сәләм һүҙҙәре генә яҙып өлгөрә. Бары тик атаһына: «Кейемдәремде үҙең кей. Күлдәклек тауарҙарҙы Маһиәсмәгә, Маһизадаға бир. Жилетты, салбарҙы, сәғәтте һаҡларға тырышығыҙ, имен-һау ҡайта алһам, кәрәге тейер. Ҡайта алмаһам, ҡустым Хәбибкә булыр. Ҙурайғас кейер. Улың Нәжип»,—тигән яҙыу ҡалдыра.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдан-йыл алыҫлаша бара, ләкин уның шаңдауы кешеләргә әле лә тынғылыҡ бирмәй. Ул йылдарҙа күргән ауырлыҡтарҙы һуғыш ветерандары, тыл хеҙмәтсәндәре бөгөн дә онотмай. Ошо ауыр көндәр тураһында һәр бала белһен өсөн күпме китаптар яҙылған, кинофильмдар төшөрөлгән... Сөнки һәр бер бала үҙенең яҡын кешеһе тураһында белергә тейеш. Бигерәк тә ул Бөйөк Ватан һуғышы ветераны булғанда. Ошо маҡсаттан сығып, ҡайнымдың ағаһы Баймаҡ районының Беренсе Этҡол ауылында тыуып үҫкән мәғариф отличнигы, һуғыш һәм хеҙмәт ветераны, коммунист Нәжип Шөғәйеп улының тормош юлын киләсәк быуынға еткереүҙе үҙ бурысым тип уйлайым.
Азаматов Нәжип Шөғәйеп улы Беренсе Этҡол ауылында күп балалы ғаиләлә өсөнсө бала булып донъяға килә. 1938 йылда Темәс педагогия училищеһын тамамлағандан һуң, Матрай районының Әбделкәрим, Суртан Үҙәк, Ысмаҡ мәктәптәрендә төрлө предметтарҙан балаларға белем бирә, директор урынбаҫары булып эшләй.
1941 йылдың 26 июнендә армияға алына. Әрмегә саҡырылыу шул тиклем ашығыс була, ул атаһына, туғандарына тик сәләм һүҙҙәре генә яҙып өлгөрә. Бары тик атаһына: «Кейемдәремде үҙең кей. Күлдәклек тауарҙарҙы Маһиәсмәгә, Маһизадаға бир. Жилетты, салбарҙы, сәғәтте һаҡларға тырышығыҙ, имен-һау ҡай-та алһам, кәрәге тейер. Ҡайта алмаһам, ҡустым Хәбибкә булыр. Ҙурайғас кейер. Улың Нәжип»,—тигән яҙыу ҡалдыра. Ошо хат уның кесе туғандарын хәстәрләүен һүрәтләй тип уйлайым.
Һуғышты Нәжип Шөғәйеп улы Карелияла башлай. III Белорус фронтында Көнсығыш Пруссияла һуғыша. 37-се ИОАВ бүлегенең командиры вазифаһында, Ленинград һуғышында ҡатнаша һәм“Ленинградты обороналаған өсөн” миҙалы менән наградлана. (18.12.1943 йыл). 1945 йылдың мартында ул Кенигсбергты штурмлағанда ҡаты яраланып, уң аяғы ныҡ йәрәхәтләнә. Ә муйынына ҡаҙалған пуля ярсығы ғүмеренең аҙағынаса тәнендә йөрөй. Еңеү көнөн Нәжип Шөғәйеп улы Кенигсбергта госпиталдә ҡаршы ала.
Һуғыштан яра алып ҡайтҡас, 1945 йылдың 10 авгусында Беренсе Этҡол балалар йортона директор урынбаҫары итеп эшкә алына. Баймаҡ районының мәғариф бүлегенең 1948 йылдың 15 ғинуарының дүртенсе приказына ярашлы, Беренсе Этҡол балалар йорто директоры итеп тәғәйенләнә. Директор булып эшләгән осорҙа Башҡорт АССР-ның Рәхмәт хаты менән дә лайыҡлы баһа ала Нәжип Шөғәйеп улы. (№59/2 23.03.1949 йыл.). Шуныһы иғтибарға лайыҡ: бөтә республикала танылыу яулаған шәхестәр—тарих фәндәре докторы Әнүәр Әсфәндиәров, композитор Нәбиулла Мөстәҡимов, атҡаҙанған йырсы Рамаҙан Йәнбәков, Камил Монасипов һәм башҡалар уның ҡулында тәрбиәләнгән.
Артабан Баймаҡ мәғариф бүлегенә инспектор итеп эшкә күсерелә.
1953-1965 йылдарҙа Сыңғыҙ башланғыс мәктәбендә мөдир булып эшләй. Ошо йылдарҙа уҡытыу-тәрбиә торошон яҡшы ҡуйғаны өсөн 1957 йылдың 17 авгусында «Халыҡ мәғарифы отличнигы» билдәһе менән бүләкләнә.
1965 йылда тыуған ауылына әйләнеп ҡайтып, хаҡлы ялға киткәнсе Беренсе Этҡол мәктәбе янындағы интернатта тәрбиәсе булып эшләй.
1978 йылда хаҡлы ялға китә. Ләкин йылдар үтһә лә Нәжип Шөғәйеп улы тәрбиәләнеүселәре менән араларын өҙмәй, һәр береһенең хәлдәрен белешеп, улар менән хат алышып тора. Балалар йортоноң утыҙ йыллығын билдәләгәндә, тарихсы Әнүәр Әсфәндиәров үҙенең яҙмаларын ебәрә.
Нәжип Шөғәйеп улы төрлө йәмәғәт эштәрендә актив ҡатнаша, ауыл Советы депутаты итеп бер нисә тапҡыр һайлана.
Әлбиттә, уның фиҙакәр хеҙмәте юғары баһалана. “Беренсе дәрәжә Ватан һуғышы” ордены, “Кенигсбергты алған өсөн”, “Хәрби ҡаҙаныштары өсөн, “Ленинградты обороналаған өсөн, “1941-1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн”, “Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн, юбилей миҙалдары, хеҙмәт ветераны, “Халыҡ мәғарифы алдынғыһы” билдәһе менән наградлана.
Олоғая килә һуғышта алған яралары һиҙҙертә, тынғы бирмәй башлай. Мина ярсығы ҡан артерияһына яҡын булғанға күрә операция эшләргә ярамай. 1993 йылда Яҡтыкүл шифаханаһында ял иткән ваҡытта ҡан баҫымы күтәрелеп, нисәмә йылдар тәнендә йөрөткән ярсыҡ яугир-педагогтың ғүмерен өҙә.
Нәжип олатайҙың балалары Нәжиә, Ҡафия—Сибай, Нәзир—Баймаҡ, Зөлфиә Санк-Петербург ҡалаһында ғаиләләре менән матур итеп донъя көтә һәм хаҡлы рәүештә аталары менән ғорурлана.
Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы яҡынлаша... Йылдан-йыл шанлы көндәр артта ҡала бара. Улар менән бергә был һуғышта ҡатнашҡан ветерандарыбыҙ, Еңеү бүләк иткән батырҙарыбыҙ кәмей. Күпме генә йылдар үтһә лә Нәжип Шөғәйеп улы кеүек йәшлек йылдары ауыр ваҡыттарға тура килгән һәм илебеҙҙе фашизм ҡоллоғонан азат итеүҙең тәүге көндәренән башлап яу юлы үткән, аҙаҡ районыбыҙҙың, республикабыҙҙың мәғарифын үҫтереүгә күп көс түккән яугир-педагогты оноторға хаҡыбыҙ юҡ.
Әлфирә Азаматова,
Б.Юлыев исемендәге Беренсе Этҡол урта мәктәбенең тәрбиәүи эштәр буйынса
директор урынбаҫары.